

- Элегерәк эштә төрлө ваҡыттар булды, әлбиттә. Йылайырҙан килгән почта машинаһына ултырып, Ғәлегә төшәһең дә ул, ҡайтырға ылау юҡ, сөнки тегеләр Һаҡмар кисеп туранан ҡайтып китә. Ҙур ғына сумма пенсия аҡсаһын, әллә күпме гәзит-журналдар һалып алып, яңғыҙ юл йөрөгән мәлдәр һаман хәтерҙә. Буранмы, ел-ямғырмы – әмәл юҡ, ауылдың «йөрәге», «күҙе» һәм «ҡолағы» булған почтальонға тәғәйен урынға ваҡытында барып етергә кәрәк, – тип һөйләй бөгөн Венера апай. – Шулай ҙа халыҡҡа кәрәкле икәнеңде тойоу бөтә ауырлыҡты оноттора ул. Ауылдаштар менән мөнәсәбәт көйлө: улар мине, мин уларҙы аңлап эшләйем. Әлбиттә, почтальон сумкаһының һуңғы йылдарҙа күҙгә күренеп йоҡарыуы кәйефте бер аҙ ҡыра, гәзиткә яҙылыусылар һаны йылдан-йыл кәмей бара. Шулай ҙа бошонмайыҡ, транспорт бар, юлдар асыҡ – рәхәтләнеп эшлә лә эшлә инде!
Минең алсаҡ әңгәмәсем сығышы менән Һаҡтау ауылынан. Күрше Йомағужа ауылы мәктәбендә уҡый. Ҡулына аттестат алған ҡыҙ, оҙаҡ уйлап тормай, Йылайырҙағы һөнәрселек училищеһына юллана. Хеҙмәт юлын тыуған ауылы Һаҡтауҙа һатыусы булып башлай.
- Мин эшләгән кибет ыҡсым ғына ине, әммә халыҡ бер ҡасан да өҙөлмәне. Хатта күрше ауылдарҙан килерҙәр ине, сөнки бәләкәй ауылда ул ваҡытта дефицит һаналған тауарҙарҙы табырға мөмкин ине, – ти Венера Вәхит ҡыҙы йәшлек йылдары хәтирәләренә бирелеп.
Атай йортонда өс йыл йәшәгәндән һуң ул әрменән көтөп алған һөйгән йәре, Аралбай егете Рафаэлгә тормошҡа сыға. 9-10 кластарҙа бергә уҡый улар, шул ваҡытта уҡ өйләнешергә вәғәҙәләшәләр. Йәш ғаилә 1990 йылда Сиҙер ауылында төпләнә. Венера апай урындағы совхозға үлсәүсе булып урынлаша. Күп тә тормай декрет ялына китә.
- Почтаға килеп эләгеүем осраҡлы ғына булды, – тип дауам итә Венера апай. – Байғужала йәшәгән бикәмем Фәрзәнә Сабирйән ҡыҙы почтала эшләй ине. Бер осрашҡанда : “Ғәлеләге Ҡотлоғәфәр ағай пенсияға йыйына, әллә урынына эшкә сығаһыңмы?” – тип хәбәр һалды. Мин тот та ризалаш! Балама ул ваҡытта йәш ярым ғына ине. Бына шулай, 1992 йылда башланды ла инде минең өс тиҫтәнән ашыу почтальон хеҙмәтем. Ул ваҡытта почта бүлексәһе Үрге Ғәле ауылында ине. Етәксебеҙ Рәшит ағай Сырлыбаев менән бик килешеп, татыу эшләнек. Хәҙер Матрай ауылы бүлексәһенә ҡарайбыҙ. Алдан әйтеүемсә, эшемде яратам, бер ҙә генә ташлап киткем килмәй. Матбуғат баҫмаларының киләсәге лә хат ташыусы эшенә бәйле икәнен яҡшы аңлайым, – ти әңгәмәсем. – Иптәшем дә шул уҡ фекерҙә. Кәрәк саҡта икәүләп үҙебеҙҙең еңел машинала елдереп кенә почта таратып та сығабыҙ.
Венера апайҙың ире Рафаэль Мәхәмәҙей улы ғүмере буйы руль артында. Әле лә хаҡлы ялдамын тип тик ултырмай, “Юбилейка”ла вахта ысулы менән автобус водителе булып эшләй. Тырыш, татыу Һеләүһеновтар заманында күркәм йорт һалып ингәндәр. Күпләп ҡош-ҡорт тоталар, баҡса сәсәләр, ихатаны йәмләп ултырған аллы-гөллө сәскәләр үҫтерәләр. Венера апай тегеү, сигеү, бәйләү эшенә лә бик оҫта икән. Элегерәк ауылдаштарына шәлдәр, свитерҙар бәйләп һата.
- Аллаға шөкөр, донъям түңәрәк, – ти Венера апай. – Сөнки минең өсөн өҙөлөп торған тормош иптәшем, ҡыҙым Гөлназым, яратҡан эшем бар. Аллаһы Тәғәлә ошо бәхетемдән айырмаһын!
Эйе, тап шулай була күрһен! Ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, тоғро дуҫыбыҙ, хатта коллегабыҙ тип әйтә алам, Венера Вәхит ҡыҙын яңыраҡ билдәләнгән Рәсәй Почтаһы көнө менән һәм етеп килгән 60 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ!