Ауыл уттары
+17 °С
Дождь

Хеҙмәттә үткән ғүмер

Атайым Торсонбаев Муса Сәғәҙей улы 1916 йылда Түңгәүер олоҫо Олоһаҙ ауылында (рәсми сығанаҡтарҙа Кесе Әбделкәрим) дүртенсе  бала булып донъяға килә. Атайҙары Граждандар һуғышында һәләк була, әсәйҙәре лә 1921-се аслыҡ йылында үлеп ҡала. Өлкәнерәктәре кеселәрен ҡарап, етемлектә ыҙалыҡ менән буй еткерәләр. Өлкән туғандары ғаилә ҡороуға, атайым инде үҙ-үҙен ҡарарлыҡ йәшкә етә. Ауыл көтөүен көтә, утын-бесән әҙерләшә. Ҡышын мал ҡараша, хужалыҡ эштәрендә булыша. Оҙаҡламай уны Сабит ағаһы үҙ янына Суртанүҙәк ауылына күсереп ала(ул ғаиләһе менән шунда йәшәй).

Хеҙмәттә үткән ғүмерХеҙмәттә үткән ғүмер
Хеҙмәттә үткән ғүмер

Атайым  “Суртанүҙәк”   колхозында эш башлай. Хужалыҡтарҙы эреләтеү барышында бындағы колхоз бөтөрөлөп,  башта ,,Новый мир" колхозына, ә инде 1961 йылда ,,Башҡорт" совхозына ҡушыла. Атайым 1939 йылда Смак ауылынан Ғәлиә исемле ҡыҙға өйләнә. 1940 йылда уларҙың ҡыҙҙары тыуа. Уға Ғәлимә тип исем бирәләр. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ғаилә башлығы фронтҡа юллана. Әммә күҙҙәре насар күргәнлектән, хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ тип табып, уны хеҙмәт армияһына ебәрәләр. 1945 йылдың аҙағында ғына уға тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтырға насип була. 1946 йылда улдары Ғәйнизар тыуа. Әммә оҙаҡламай ғаилә тарҡала...

 1948 йыл аҙағында ул яңынан Үрге Сәлим ауылынан ире Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булып ҡалған тол ҡатынға, Юланов Хәмитйәндең ҡыҙы Әминәгә ( беҙҙең әсәйгә) өйләнә. Әсәйем тәүге ире Ғәбитов Йәһүҙә тигән егет менән һуғышҡа тиклем ғаилә ҡоралар. Башта Үрге Сәлим ауылында йәшәйҙәр. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Бараҡалға күсеп баралар. Икеһе лә приискыла эшләй. 1942 йылдың декабрендә ҡыҙҙары Маһинур донъяға килә. Оҙаҡ та үтмәй, 1943 йылдың башында ирен  фронтҡа ебәрәләр. Шул йылдың көҙөнә ҡарай уның похорон ҡағыҙы килә. Әсәйем Сәлим ауылына йәш балаһы менән аталарына ҡайта. Ҡыҙын әсәһенә ҡалдырып, эшкә сыға.

 Әсәйебеҙ бик эшһөйәр, көслө рухлы ҡатын ине. 1963 йылда уға “Алтын йондоҙ" миҙалы менән ,, Герой-әсә" исеме бирелә. Әсәйем һуғыш ваҡытында һәм һуғыштан һуңғы осорҙа эшләгән тыл хеҙмәткәре лә. Ул Бөйөк Еңеүҙең 30 (1975), 40(1985), 50(1995), 60(2005) йыллыҡтары айҡанлы юбилей миҙалдары менән наградланды.

 Атайыбыҙ менән 10 балаға ғүмер бирәләр. 1949 йылда  оло улдары тыуа. Уға Әбүзәр тип исем атайҙар. Шулай бер-бер артлы балалар тыуа тора, үҫә торалар... Ҙур ғаиләне ҡарар өсөн атайыбыҙ йыл әйләнәһенә совхозда эшләй. Көҙҙән алып яҙға тиклем Балапан фермаһында мал ҡарай. Көн торошо ниндәй булһа ла, Балапанға ат менән йөрөп эшләне. Малдар йәйләүгә сығып китһә, ауыл көтөүен көтә, йә объезщик, ат ҡараусы була. Атайыбыҙ ҙа ниндәй генә эштә эшләмәгән! Һуғыштан һуң бригадир ҙа була, сиҙәм үҙләштереү йылдарында ҡырсылыҡта эшләй. Артабан хаҡлы ялға сыҡҡансы, Балапан фермаһында йөрөнө. Атайыбыҙ – Тыл һәм Хеҙмәт ветераны. Уның эшен лайыҡлы баһалайҙар. Был турала уның миҙалдары, почёт грамоталары һәм  рәхмәт хаттары һөйләй. Ҡәҙерлебеҙҙең  хеҙмәт уңыштарында әсәйемдең роле ,әлбиттә, баһалап бөткөһөҙ! Иренә ныҡлы терәк-таяныс, тоғро ҡатын да булды ул. Ғаилә тотҡаһы, усаҡ йылыһын һаҡлаусы, үҙ өлгөһөндә балаларына матур тәрбиә биреүсе лә ул әсәйебеҙ. Ул ифрат түҙемле, сабыр холоҡло, әҙәпле һәм ипле булды. Үҙе эшлекле һәм бөтмөр ҙә. Атайыбыҙҙың тапҡан-таянғанын, бөртөгөн дә әрәм итмәй, эшкәртеп, эш итеп ултырҙы.

Өлкән ағайым Әбүзәр, мәктәпте тамамлағас, Юлдыбай һөнәрселек училищеһында уҡып, тракторсы профессияһына эйә була. Армияға киткәнсе тракторҙа эшләй. Хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас  шоферҙар әҙерләү курсын уңышлы тамамлай. 4 айлыҡ махсус курс үтеп, К-700 тракторын йөрөтөү хоҡуғына эйә була. Шунан Йылайырҙа сельхозтехника берекмәһенә шофер булып эшкә төшә. Типографияла эшләп йөрөгән Сәләх ауылы ҡыҙы Фәнүзәне осрата. Танышып, бер-нисә үткәс кенә өйләнешәләр. Әбүзәр ағайым ғүмеренең күп өлөшөн сельхозтехника, сельхозхимияла һәм район элемтә идаралығында водитель булып эшләп үткәрә.  Уның лайыҡлы хеҙмәтен баһалап, етәкселек йәш ғаиләгә сираттан тыш өй ҙә бирә. Ағайым заманында  бихисап  почёт грамотаһы, рәхмәт хаттарына һәм ҙур ғына суммалағы премияларға лайыҡ булды. Еңгәйем Фәнүзә менән 42 йыл бергә татыу ғүмер иттеләр. Өс бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр, ете ейән-ейәнсәргә ҡартатай- өләсәй булдылар. Фәнүзә еңгәйбеҙ хаҡлы ялға сыҡҡансы райкомда машинистка, диспетчер эштәрен башҡарҙы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, еңгәбеҙ бынан биш элек баҡыйлыҡҡа күсте, йәне йәннәттә булһын. Бөгөнгө көндә ағайым ҡыҙы ҡарамағында йәшәй, ейәндәрен тәрбиәләшә.

Ата-әсәйемдең икенсе улдары Ҡәнзәфәр, 1952 йылғы,ауылдағы башланғыс синыфтан һуң, Матрай мәктәбендә 5-7 кластарҙа  уҡый. Артабан Аҡъяр урта мәктәбендә белем ала. Уны уңышлы тамамлап , Урал аръяғы Йылайыр совхоз-техникумында уҡып, зоотехник һөнәренә эйә була. Хәрби хеҙмәттән һуң  һөнәре буйынса , “Башҡорт” совхозында эш башлай. Бер-нисә йылдан Йылайыр ауылына төҙөлөшкә эшкә бара. Йорттар һала, балта оҫтаһы булараҡ, буралар бурай. Хәйбулла районына күсеп барғас та төҙөлөштә эшләй. Бында ул онотолоп барған һирәк һөнәр – мейес сығарыусы һөнәрен үҙләштерә. Бик тә тырыш, булдыҡлы һәм һәр эшкә оҫта ағайымды кешеләр ихласлығы ,алсаҡ, киң күңеллеге өсөн дә яраттылар, ихтирам иттеләр. Етәкселәр ҙә уның эшен күреп, баһалап торҙолар. Ғаилә ҡорҙо, дүрт балаға атай-әсәй, ун балаға ҡартатай- өләсәй булдылар. Ғүмеренең һуңғы 13-14 йылдарында малсылыҡта эшләне. Үкенескә күрә, 56 йәшендә генә вафат булды (йәне йәннәттә булһын). Ағайымдың нәҫелен хәҙерге көндә дүрт балаһы – Айнур, Әсҡәт, Миңсылыу, Илфат һәм ун ейән-ейәнсәре дауам итә.

Атайыбыҙ менән әсәйебеҙ беҙҙе, ун баланы,  тырыш, тәртипле һәм намыҫлы итеп үҫтерҙеләр. Уҡытып , һөнәр алырға, ғаилә ҡорорға ярҙам иттеләр. Хәҙер бөтәбеҙҙең дә үҙ ғаиләбеҙ, үҙ донъябыҙ, балаларыбыҙ һәм  ейән-ейәнсәрҙәребеҙ бар, Аллаға шөкөр!

Уларҙың ике  никахтан  нәҫелен бөтәһе  13 бала (8 малай, 5 ҡыҙ), 40-тан ашыу ейән-ейәнсәр, 80-ләп бүлә-бүләсәрҙәре, тиҫтәләгән  тыуа-тыуарҙары  дауам итә. Атайым менән әсәйем 45 йылға яҡын бергә татыу ғүмер итеп, атайым –  76 йәшендә, ә әсәйем  85-се йәшендә баҡыйлыҡҡа күстеләр.

Беҙ,балалары, уларға мең-мең рәхмәтлебеҙ! Яҡты рухтарына бағышлап, аяттар уҡытып торабыҙ.

Атайымдың нәҫел ағасы ҡоромаһын, тамырҙары тағы ла тәрәнгәрәк  китһен. Ғаиләләр һәм илебеҙ имен булһын, донъялар тыныс торһон!

Ҡыҙҙары  Мәҙинә Торсонбаева-Әфләтунова,

Һултантимер ауылы.

Автор:Зубаржат Гидиатова
Читайте нас