Ауыл уттары
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
4 Июнь 2018, 19:27

Беҙҙә Һабантуй байрамы гөрләп үтте!

Үткән шәмбелә районда Һабантуй байрамы булып уҙҙы. Көндөң бик йылы булмауына ҡарамаҫтан, боронғо халыҡ байрамына халыҡ бик күп йыйылды. Сөнки Һабан байрамы әленән-әле көтөп алынған байрамдарҙың береһе булып ҡала килә. Район хеҙмәтсәндәренең байрам шатлығын уртаҡлашырға Башҡортостан Республикаһының урман хужалығы министры Марат Искәндәр улы Шәрәфетдинов, ауыл хужалығы министрлығының механизация бүлеге начальнигы Филүс Фәйрүз улы Хантимеров, Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы начальнигы урынбаҫары Эльвир Фәрит улы Сәғитов һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар килде.

Сара, ғәҙәттәгесә, ауыл хужалығы алдынғыларын тәбрикләүҙән башланды. Баҫыу эшсәндәрен һәм район халҡын Һабантуй байрамы менән район хакимиәте башлығы Илгиз Лирман улы Фәтҡуллин йылы ҡотланы.

Үҙенең сығышында ул, район малсыларының малдарҙы ҡышлатып, йәйләүҙәргә уңышлы күсереүҙәрен, яҙғы сәсеү эштәре нең юғары һәм ойошҡанлы кимәлдә башҡарылыуын билдәләне һәм райондың агросәнәғәт тармағында хеҙмәт иткәндәрҙең барыһына ла оло рәхмәтен белдерҙе.

Һәр Һабантуйҙың биҙәге – ат сабыштары ла, милли көрәш бәйгеһе лә юғары кимәлдә һәм күп спортсыларыбыҙҙың ҡатнашлығы менән үтте.


(Һабантуй байрамы тураһында тулы репортажды гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡырһығыҙ.)
Читайте нас: