Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
18 Июнь 2018, 18:23

Шәфҡәтлелек байрамы

Мосолмандар өсөн иң оло ике байрамдың береһе – Ураҙа ғәйете (ғәрәпсә “Ғәйет әл Фитр) бар донъялағы, илдәге, республикалағы кеүек үк, районыбыҙҙың һәр ауылында киң билдәләнде һәм ҙур күтәренкелек менән үтте. Байрамдың төп асылы –изге рамаҙан айында Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн тотҡан ураҙаларҙы йомғаҡлау, туғандар менән ҡунаҡ булышыу, фәҡирҙәргә хәйер биреү булһа ла, уның йәмғиәтте изгелеккә өндәүе, рухи ҡиммәттәрҙе һаҡларға өйрәтеүе, шәфҡәтлелеккә, сафлыҡҡа, иманлы булырға саҡырыуы менән айырыуса ҡиммәтле.

15 июндә Ураҙа ғәйете уңайынан барлыҡ ауылдарҙа байрам саралары үтте. Иртән иртүк байрамса кейенгән халыҡ мәсеттәргә ағылды. Бөгөнгө көндә райондың һәр бер ауылында тиерлек иман йорто бар. Изге йорттоң имам-хатиптары йыйылған халыҡты байрам менән ҡотланы, вәғәз һөйләне, Ураҙа ғәйетенең мәғәнәһе нимәлә булыуын аңлатты. Һәр мәсеттә район хакимиәтенән вәкилдәр ҡатнашты, улар йыйылған халыҡты изге байрамы менән тәбрикләне һәм алдағы көндәрҙә лә бөгөнгөләй дуҫ, татыу йәшәргә, берҙәм булырға саҡырҙы.
Йылайыр.

Ураҙа байрамы иртәһендә, күңелдәргә илаһи нур өҫтәп, беҙҙе аҙан тауышы, Ҡөръән аят-сүрәләре ҡаршы алды. Шуныһы ҡыуаныслы, был айҙа ураҙа тотоп, изге ғәмәлдәр ҡылып сауап алыусылар Йылайырҙа, йылдағыса, күп булды. Ураҙа ғәйете лә район үҙәгендә бик матур, мөбәрәк үтте. Был көндә һәр кем мәсеткә күңел талабы буйынса килде. Сараға йыйылыусылар намаҙға баҫып, күңелдәргә иман нуры индергәндән һуң, Фирғәт хәҙрәт Шәкировтың вәғәзен тыңланы. Һуңынан дөйөм тырышлыҡ менән ойошторолған байрам ашына рәхим иттеләр. Һәр кем ҡулынан килгәнсе әҙерләнеп, бешеренеп килгәйне. Ҡорбан итенән, тәмле күстәнәстәрҙән ауыҙ итеп, байрам сәйе эсеп, киләһе ураҙаларҙы ла күрергә насип булһын тигән ниәттә таралышты халыҡ.

– Был изге байрам күп быуатлыҡ ислам мәҙәниәтенең иң күркәм ғөрөф-ғәҙәттәрен сағылдыра. Рамаҙан айы район диндарҙары өсөн рухи үҫеш, изгелек, тыныслыҡ һөйөү, мәрхәмәтлек кеүек гүзәл сифаттарҙы күрһәтеү осорона әүерелде. Изге Ураҙа байрамы һәр ҡайһыбыҙҙың йортона именлек һәм шатлыҡ алып килһен, күңелдәребеҙҙә тыныслыҡ урынлашһын, – ти Йылайыр ауылындағы “Венер” мәсете имамы Фирғәт хәҙрәт Шәкиров.

Яманһаҙ ауылы халҡын район советы депутаты З.Б.Бүләков, ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы И.А.Амантаев байрам менән ҡотланы. Ислам Айрат улы шулай уҡ мәсетте ремонтлау буйынса өмәләрҙә әүҙем ҡатнашҡан кешеләргә, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙарға, ағинәйҙәргә оло рәхмәттәрен еткерҙе. Ауыл советы депутаттары Әхмәт Әлибаев, Исмәғил Әбделғафаров, Светлана Алғошаевалар, бар өмәләрҙе башлап йөрөүсе Фәрит Иғдәүләтов һәм башҡалар ҙы маҡтап телгә алды, уларҙың эштәрендә уңыштар, ғаиләләренә именлек теләне.

-Аллаға шөкөр, йылдан-йыл Ураҙа байрамдары шундай матур, ҙур ойошҡанлыҡ менән үтә башланы. Ҡайҙа ғына барма - рухи күтәренкелек, шат йөҙҙәр менән милләттәштәребеҙ мәсеттәргә байрам намаҙына йыйыла, үҙҙәренең туғандарын, күрше-тирәһен, дуҫ-иштәрен ҡунаҡҡа саҡыра, ауырыуҙарҙың хәлен белеп, саҙаҡалар өләшә. Иншаллаһ, атай-бабайҙарҙың, ололарҙың доғалары, теләктәре тормошҡа аша, хаҡ динебеҙ сәскә ата, ул тормошҡа көндән-көн нығыраҡ үтеп инә бара, - тине мәсеттең имамы Урал хәҙрәт Булатасов һәм матур вәғәз һөйләп, ғәйет намаҙын уҡыны, ауылдаштарына бәрәкәтле, иманлы тормош теләне.

Мәсет файҙаһына фитыр саҙаҡаһы биреүселәр, әруахтар рухына аят бағышлатыусылар байтаҡ булды. Байрам ауыл советы, мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре һәм ярҙамсыл, киң күңелле ҡатын-ҡыҙҙар әҙерләгән мул табын менән тамамланды.

Исҡужа мәсете бына өс йыл инде ауылдаштарын иртәнге аҙан менән иман йортона саҡыра. Ураҙа байрамы көнөндә иһә һәр өйҙән ир-ат, ҡулдарына үҙҙәре әҙерләгән ризыҡ-тәғәм тотҡан ҡатын-ҡыҙ мәсеткә ашыҡты.

Шаһимарҙан хәҙрәт Алғошаев Ураҙа байрамының тарихы, Ҡәҙер кисе, мосолмандарға иң кәрәк булған ҡиммәттәр, Ахирәт донъяһы тураһында күркәм вәғәз һөйләгәндән һуң бергәләп байрам намаҙын атҡарып, Ҡөрьән сүрәләрен уҡып, доға ҡылдылар. Имам Башҡортостан Диниә назараты рәйесе Нурмөхәмәт хәҙрәттең, райондың имам-мөхтәсибе Йәғәфәр хәҙрәттең ҡотлауын еткерҙе һәм үҙенең дә исеменән изге теләктәрен әйтте. Хаҡлы ялдағы уҡытыусы Сәлмән Һөйөндөков килгән ҡунаҡтарҙы, ауылдаштарын байрам менән ҡотлап, илгә бәрәкәт һәм именлек теләне.

Бәләкәй ауылдар халҡы берҙәм һәм татыу булыуы менән айырылып тора. Исҡужалар ҙа үҙҙәренең бар йәмәғәт эштәрен дә күмәкләп башҡарыуҙары менән мәртәбәле. Байрамды ла улар бар ауыл менән бергәләп үткәрҙе. Мәсеттең ишеге һәр ваҡыт асыҡ, йома намаҙына йөрөүселәр ҙә ишәйә, мөәзин Ғәлимйән Абдуллин Ислам дине нигеҙҙәре һәм ғәрәп телен өйрәнеү буйынса өлкәндәр һәм балалар өсөн ойошторған дәрестәргә йөрөүселәр һаны арта бара. Ошондай сараларҙа балаларҙың ҡатнашыуы ла бик ҡыуаныслы.

Байрамға килеүселәр күмәк-ләп әҙерләгән мул табындағы ризыҡтарҙан һыйланып, уны ойоштороусыларға рәхмәт әйтеп, изге теләктәр теләп таралышты. Ситтән ярҙам көтмәйенсә, үҙҙәренең көсө менән ауыл халҡында дәрт уятырға тырышҡандары, күркәм саралар үткәргәндәре өсөн уларға рәхмәттән башҡа ни әйтәһең?!

Ураҙа ғәйете – балаларҙың да көтөп алған байрамы. Был көндө һәр өй хужаһы үҙҙәренә төркөм-төркөм булып балалар килеп инеүен көтә, улар өсөн алдан тәмлекәстәр әҙерләп ҡуя. Шат балаларҙың өйҙән-өйгә йөрөп әйенселәп, өй хужаларына үҙҙәренең эскерһеҙ рәхмәттәрен әйтеп йөрөүе — үҙе бер күркәм күренеш. Был үҙе үк тыныс тормош билдәһе, был үҙе үк бәрәкәтле тормош күрһәткесе, был үҙе үк рухи сәләмәтлек өлгөһө.

Рамаҙан айы үтһә лә, ошо айҙа булған ниәттәребеҙ, күркәм уйҙарыбыҙ, ихласлыҡ, күңел матурлығы һаҡланып ҡалһа ине. Иманлы булып, изге ғәмәлдәр генә ҡылып, бер-беребеҙгә итәғәтле, кешелекле булып ғүмер итәйек, тигән уй булғандыр был көн байрамға килеүселәр күңелендә.

Зөлфирә ҠОҘАШЕВА, Зөбәржәт Һиҙиәтова.
Б.Солтанов, З.Ҡоҙашева фотолары.

Читайте нас: