Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
25 Июнь 2018, 14:03

Йылайыр ере ҡурай моңона сорналды...

Гәзитебеҙҙең алдағы һанында хәбәр итеүебеҙсә, башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарында уйнау оҫталары Йылайырға йыйылды. Беҙҙә ҡурайсы Ишмулла Дилмөхәмәтовтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған республика конкурсы үтте. Конкурс ҡурай, думбыра, ҡылҡумыҙҙа иң оҫта башҡарыусыларҙы асыҡланы. Ишмулла Дилмөхәмәтовтың репертуарында башҡорт халҡының аҫылдан да аҫыл йырҙары һәм көйҙәре тупланған. Уны көтөп алмаған, яратып тыңламаған аудитория булмағандыр. Франция, Италия, Швеция, ГДР, Польша, Венгрия, Швейцария, Пакистан, Афғанстан, Иран һәм Япония юлдары буйлап үткән уның сит илдәрҙәге гастроль маршруттары. Был иһә мәшһүр һәм танылған ҡурайсыны башҡорттар ғына түгел, сит ил халҡы ла яратыуы, хөрмәт итеүе, уның ижадын һөйөүе хаҡында һөйләй.
Мәшһүр ҡурайсыбыҙ, йыраусыбыҙ, актер, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге Республика дәүләт премияһы лауреаты Ишмулла Дилмөхәмәтовҡа бағышланған конкурс биш йылға бер уҙғарылып тора һәм ул тәбиғәтебеҙ сәскәгә күмелгән ваҡытҡа тура килә. Ишмулла Дилмөхәмәтов исемендәге конкурс ҡурайсылар араһында айырым урында тора. Ә инде мәшһүр ҡурайсылар һәм йыраусыларҙың Йылайыр ерендә сығыш яһауы – үҙе үк бер оло мәртәбә һанала.

Башҡорт милли уйын ҡоралдарында уйнау оҫта-лығын һаҡлауҙы һәм үҫте-реүҙе, йәш быуынды милли уйын ҡоралдарында уйнауға йәлеп итеүҙе, һәләтле башҡарыусыларҙы хуплау, ҡурай сәнғәтен артабан үҫтереү маҡсатында уҙғарылып килгән конкурстың төп ойоштороусылары – Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрлығы, республика халыҡ ижады үҙәге, Йылайыр районы хакимиәте, Башҡортостан Республикаһы ҡурайсылар Союзы.

Мәртәбәле бәйгенең Гала-концертында бәйге-селәрҙе Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Рәис улы Алтынбаев тәбрикләне:

– Бөгөнгө байрам бик матур уҙҙы. Йылайыр ере өс көнгә ҡурай моңона күмелде. Алдағы йылдарҙа ла “Ишмулла көндәре” үтеп торор һәм тағы ла яңы таланттарҙы асыр, тигән өмөттәбеҙ, – тине ул.

Быйылғы көсөргәнешле бәйгелә Марий-Эл респуб-ликаһынан, Санкт-Петербург, Өфө, Сибай, Баймаҡ, Дәүләкән, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Учалы, Белорет, Благовещен, Салауат ҡалаларынан, республикабыҙҙың 16 районынан бөтәһе 252 кеше ҡатнашты.

Милли уйын ҡоралдарында уйнау оҫталығы йылдан-йыл арта, бәйгеселәрҙең араһында балаларҙың, йәштәрҙең, ғаиләләрҙең күп булыуы ҡыуандыра. Әйтергә кәрәк, республикабыҙҙа иғлан ителгән Ғаилә йылы айҡанлы, быйыл конкурста ғаилә ансамблдәренең сығыш яһауын да һоҡланып күҙәтә алдыҡ.

Әйтергә кәрәк, ҡунаҡтарҙың беҙҙең районға сәфәре Ишмулла Дилмөхәмәтовтың тыуған ауылы – Иҫке Яҡуп ауылынан башланыуы оло мәғәнәгә эйә булды. Унда улар арҙаҡлы шәхесебеҙҙең ауылдаштары менән аралашып, йорт-музейын ҡараны, шәжәрәһе менән танышты. Ә инде “Ҡурайҙың тыуған яғына сәйәхәте” тип аталған автоуҙышта ҡатнашыусыларҙың тағы ла бер оҫта ҡурайсыбыҙ – Рөстәм Шәриповтың тыуған ауылы Юлдыбайҙа туҡтап, ул уҡыған мәктәп янында, уның иҫтәлегенә таҡтаташ асыуҙа ҡатнашыуы, шулай уҡ оҫта ҡурайсы булыуын иҫкә алып, уның рухын ололауҙары әйтеп аңлатҡыһыҙ хистәр уятты.

Бәйгеселәрҙе республикабыҙҙың арҙаҡлы һәм ғәҙел шәхестәре баһаланы. Ғәҙел баһа ғына артабан үҫеүгә ҡанат ҡуя. Бәйгенең жюри рәйесе – Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының башҡорт музыкаһы факультеты деканы, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Азат Миңлеғәле улы Айытҡолов; Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Республика ҡурай байрамы еңеүсеһе, 1990 йылда үткәрелгән Ишмулла Дилмөхәмәтов исемендәге беренсе бәйгелә Гран-приға лайыҡ булыусы Мөхәмәт Усман улы Түлебаев; Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Юлай Ишбулды улы Ғәйнетдинов; Сибай сәнғәт колледжының халыҡ уйын ҡоралдары бүлеге етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Йомабай Иҫәнбаев, Республика ҡурай байрамдары еңеүсеһе, Ишмулла Дилмөхәмәтов исемендәге республика ҡурайсылар бәйгеһендә 2013 йылда Гран-при яулаусы Нурғәле Мирғәле улы Кейекбирҙин; Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының башҡорт музыкаһы факультеты традицион башҡарыу кафедраһы мөдире, Республика ҡурай байрамында Гран-приға лайыҡ булыусы, Башҡортостан Республикаһының Ҡурайсылар союзы рәйесе Артур Борхан улы Ғайсаров; Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының традицион башҡарыу кафедраһы доценты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сабир Сабит улы Әбхәлимов; Өфө ҡалаһы ҡала округының “Мираҫ” йыр-бейеү ансамбле солисткаһы, республика һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты Зәлиә Урал ҡыҙы Ғәниәтуллина.

Беренсе турҙа яңғыҙ башҡа-рыусы ҡурайсылар оҙон көй, ҡыҫҡа көй башҡарҙы. Икенсе турҙа 12 йәштән 16 йәшкә тиклемге ҡурайсылар, шулай уҡ, оҙон һәм ҡыҫҡа көйҙәр башҡарһа, 16 йәштән өлкәнерәктәр оҙон көй генә уйнаны. Ә бына ҡурай специальносы буйынса дипломлы бәйгеселәр билет буйынса бер әҫәр башҡарҙы (100 көй). Быйылғы бәйгенең үҙенсәлеге булып был категорияла традицион ҡурайҙа, йәғни, үлән ҡурайҙа көй уйнау торҙо.

Шулай итеп, арҙаҡлы шәхесебеҙ Ишмулла Дил-мөхәмәтовтың 90 йыллығына арналған башҡорт халҡының милли уйын ҡоралдарында башҡарыусылар бәйгеһендә Өфөнән «Айсулпан» ҡатын-ҡыҙҙар ансамбле, Йылайыр районы Ҡурайсылар ансамбле, Сибайҙан Ғайсиндар ғаилә ансамбле, Учалы ҡалаһынан «Толпар» ҡурайсылар ансамбле, Өфөнән ҡурайсы Илһам Әхмәдйәнов, Күгәрсен районынан Ирек Исхаҡов, Ғафури районынан Рәмил Ҡотосов, Йылайыр районынан Рафиҡ Исҡужин төрлө номинацияларҙа беренсе урындар алды.

Музыка ҡоралдарын етеш-тереүсе оҫталар араһында Рәмил Хөснуллин һәм Мөхәмәт Түлебаев иң яҡшылары булды.

Йошкар-Оланан (Марий Эл) 76 йәшлек Муса Нурдәүләтов иң өлкән ҡатнашыусы булды. Ул сит өлкәләрҙә башҡорт ҡурайын пропагандалаған өсөн һәм 75 йәшлек юбилейы айҡанлы Башҡортостан Республикаһының халыҡ ижады үҙәгенең Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Сибайҙан һигеҙ йәшлек думбырасы Ынйы Ғайсина иң йәш ҡатнашыусы тип аталды. Ул шулай уҡ балалар номинацияһында еңеү яуланы.Стәрлетамаҡ театр-концерт берекмәһе артисы, яҡташыбыҙ Динар Абдуллин Гран-при яуланы һәм төп приз – арғымаҡ менән бүләкләнде.

– Ишмулла Дилмөхәмә-товтың репертуарын яратып башҡарам, рухын хөрмәт итәм. Бөгөнгө еңеүемде уҡытыусыма һәм әсәйемә бағышлайым. Тәүге ҡурай дәрестәрен тыуған ауылым Исҡужала Дәүләткирәй ағай Нәҙерғоловтан алдым, – тине Гран-при эйәһе Динар Абдуллин.

Өс көн дауамында барған “Ишмулла көндәре” һабантуй ялананды Гала-концерт менән тамамланды. Унда иң оҫта бәйгеселәрҙең сығыштары яңғыраны. Яланға йыйылған халыҡ ләззәтләнеп ҡурай моңон тыңланы был көндө.

Сара уҙғарыла башлағандан алып яңы исемдәр, яңы таланттар аса. Унда ҡатнашырға теләк белдергән ҡурайсылар һанынан сығып, шуны билдәләргә була, ҡурайыбыҙ булған, бар һәм буласаҡ. Быйыл ғына донъя кимәлендә башҡорт милли уйын ҡоралы – ҡурайыбыҙ Башҡортостан бренды булыуына Ишмулла Ишҡәле улы Дилмөхәмәтовтың да өлөшө бар. Ошондай мәшһүр ҡурай оҫталары уны үҫтереүгә, донъя кимәлендә танытыуға булышлыҡ итмәһә, башҡортто танытҡан ҡурай ҙа булмаҫ ине.

Республика бәйгеһе ҡунаҡтарының фекере:

Азат Айытҡолов, жюри рәйесе:

– Беренсенән, әйтер инем, ошондай конкурстар булып торорға тейеш. Ҡурайсылар бәйгеләрҙә үҫә, бер-береһен тыңлай, сағыштырып ҡарай, өйрәнә. Шулай булырға тейеш. Ҡурай конкурсы иң абруйлыһы. Ишмулла Дилмөхәмәтов конкурсы Йомабай Иҫәнбаев конкурсынан килә, абруйы буйынса икенсе урында тора. Сөнки Йомабай Иҫәнбаевҡа бағышланған бәйге тәүҙә уҙғарыла башланы. Биш йылға бер тапҡыр үткәрелеүе һәйбәт. Йыл да уҙғарылһа, ҡурайсылар үҫеп өлгөрмәй. Беҙҙә хәҙер ҡурайсылар союзы бар, ул бик әүҙем эшләй. Бөгөнгө сараға килгәндә, район хакимиәтенә, хакимиәт башлығы И.Л. Фәтҡуллинға рәхмәт белдерер инем. Сөнки ябай булмаған ваҡытта йәшәйбеҙ, һәм бындай масштабтағы сараларҙы уҙғарыу ауырға төшә. Иң мөһиме, теләк булыуылыр, теләк булғас матур итеп үткәрҙеләр. Конкурс булды, үҙенең вазифаһын үтәне, яңы исемдәр асылды, шуныһы мөһим.

Гөлгөнә ТАҺИРОВА.


Читайте нас: