Ауыл уттары
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
13 Сентябрь 2018, 18:47

16 сентябрь – Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө

Алдағы йәкшәмбелә урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Байрам алдынан беҙҙең хәбәрсебеҙ райондың урман хужалығы тармағында эшләүсе-ләрҙең ниндәй эш-мәшәҡәттәр менән йәшәүен, һөнәри байрамдарын ниндәй кәйеф менән ҡаршы алыуҙары тураһында һорауҙар менән Башҡортостан Республикаһының Йылайыр урмансылығы дәүләт ҡаҙна учреждениеһының бүлек начальнигы Ислам Игебаевҡа мөрәжәғәт итте.Һүҙ – Ислам Нуретдин улына:

– Йылайыр урмансылығы 203,6 мең гектар майҙанды биләй, 7 участка урмансылығы бар. Урмансылыҡта, урман хужалығында, территориаль бүлектә һәм янғын-химик станцияһында бөтәһе 103 белгес эшләй.

Барлыҡ белгестәр ҙә үҙ бурысын намыҫ менән үтәй, район-ара территориаль бүлек контроль функцияһын башҡара, Йылайыр урмансылығы дәүләт ҡаҙна учреждениеһының төп эшмәкәрлеге – идара итеү, планлаштырыу һәм башҡарылған эштәрҙе ҡабул итеү. Йылайыр урман хужалығы хужалыҡ эшмәкәрлеге – ултыртыу өсөн ағас үҫентеләре үҫтереү, урмандарҙы тергеҙеү, тәрбиәләү, ағас әҙерләү һәм эшкәртеү менән шөғөлләнә. Йылайыр янғын-химик станцияһы хеҙмәткәрҙәре урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса профилактик эштәр алып бара. Янғын сыға ҡалһа, уны һүндереү ҙә уларҙың эше. Бөтә был ойошмалар үҙҙәренең тырыш хеҙмәте менән райондың урман байлығын арттырыу, һаҡлау бурысын үтәүҙә бер-береһен тулыландыра.

Шулай уҡ урман фондын ҡуртымға алыусылар ҙа Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнөн юғары күрһәткестәр менән ҡаршылай. Йылайыр урмансылығында улар бөтәһе 30, шул иҫәптән 5 ҡуртымсы ағас әҙерләү менән шөғөлләнә. Ҡуртымсылар бөтәһе бергә 405,5 гектарҙа ағас культуралары ултыртты, урманды һаҡлау саралары ойошторҙо, минералләштерелгән һыҙаттар, ял итеү урындары эшләне, аншлагтар ҡуйҙы, лекциялар һәм әңгәмәләр үткәрҙе. Урмансылыҡ буйынса бөтәһе 87,9 мең кубометр ағас әҙерләнһә, шуның 42 мең 900 кубометрын ҡуртымсылар әҙерләне, халыҡ үҙ ихтыяждары өсөн 40,7 мең кубометр ағас алды, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өсөн 8 аукцион үткәрелеп, уларҙа 4,3 мең кубометр ағас һатылды.

Район-ара территориаль бүлек һәм Йылайыр урмансылығы дәүләт ҡаҙна учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре хоҡуҡ һаҡлау органдары менән берлектә урман тураһында ҡануниәтте боҙоусыларҙы асыҡлау һәм яуаплылыҡҡа тарттырыу буйынса ҙур эш алып барҙы. Быйыл ғына ағасты рөхсәтһеҙ ҡырҡыуҙың 18 осрағы асыҡланды, шуларҙан 5 кеше яуаплылыҡҡа тарттырылды ла инде. Башҡалары ла язаһыҙ ҡалмаясаҡ.

Быйыл урмандарҙа бөтәһе 24,5 гектарҙа 16 янғын булды. Уларҙы һүндереүҙә бөтә хеҙмәттәр ҙә оператив эш итеү арҡаһында янғындар артыҡ ҙур зыян килтерә алманы.

Быйыл яҙ урман хужалығы тармағының барлыҡ коллективы, район хакимиәте, предприятиелар һәм ойошмалар хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында “Йәшә, урман!” тип аталған акция ойошторолдо, 20 меңдән ашыу ағас үҫентеләре ултыртылды. Быйыл көҙ Йылайыр ауылын, атап әйткәндә, яңы янғын депоһы территорияһын, Йылайыр тыҡрығын һәм ике ҡатлы йорттар микрорайонындағы майҙансыҡтарҙы йәшелләндереү планлаштырылған. Шулай уҡ 15 сентябрҙән 15 октябргә тиклем урмандарҙа санитария хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса айлыҡ үткәреләсәк, урмандар һәм юл буйҙары көнкүреш сүп-сарынан, диләнкәләр ҡырҡынды ҡалдыҡтарынан таҙартыласаҡ. Район халҡы ла ауылдарҙы йәшелләндереү, урмандарҙы таҙалау кеүек был изге эштәрҙән ситә тороп ҡалмаҫ тип ышанам.

Күп кенә хеҙмәткәрҙәребеҙ эштәрендә уңыштарға өлгәшә. Шулар араһында урманды һаҡлау буйынса инженер Александр Байбородовтың намыҫлы хеҙмәтен билдәләр инем. Маҡтау һүҙҙәренә янғын-химик станция хеҙмәткәрҙәре лә лайыҡ. Улар янғын хәүефе көсәйгән миҙгелдә урманды уттан һаҡлау буйынса бик мөһим саралар күрҙе. Ундайҙар иҫәбенә янғын-химик станция механигы Рафаил Аллабирҙин, янғын һүндереү машинаһы водителе Алексей Сударчиков, йөк тракторы водителе Владимир Пряхин, тракторсылар Алексей Горшенин менән Ғәле Ғәлеевтәрҙе индерергә була. Уларҙың урман янғындарын иҫкәртеү буйынса эште оҫта ойоштора белеүе һәм башҡарыуы янғында зыян күреүҙе кәметеүгә килтерә алды.
Читайте нас: