Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
10 Октябрь 2018, 17:52

Гөрләп үтте Республика көнө

Бына 28 йыл инде беҙ төп милли байрамыбыҙ – Республика көнөн киң билдәләйбеҙ. Башҡортостан бөгөн – ҡеүәтле иҡтисади потенциалы булған төбәк һәм ул Рәсәй Федерацияһының иң уңышлы төбәктәре иҫәбендә. Беҙ бының менән ғорурланабыҙ. Башҡортостан хөкүмәтенең тырышлығы арҡаһында республика күп уңыштарға өлгәшә. Беҙҙә именлек, милләт-ара татыулыҡ һаҡлана. Башҡорт теле рус теле менән бер рәттән дәүләт теле тип һанала. Былар бөтәһе лә – Башҡортостан суверенитетының изге емеше.

Республика көнө айҡанлы районда күп кенә саралар булып уҙҙы. Мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә уҙған тантаналы йыйылышта хөрмәтле ҡунаҡтар – район хакимиәте башлығы И.Л.Фәтҡуллин, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡо-ролтай депутаты, Ғ.Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының баш табибы Р.Й.Нагаев, Башҡортостан Республикаһы урман хужа-лығы министры урынбаҫары С.А.Бәхтиәров, муниципаль район Советы рәйесе Г.В.Туленков ҡатнашты.
Тантанаға шулай уҡ район Советы депутаттары, ауыл биләмәләре башлыҡтары, предприятиелар, ойошмалар етәкселәре, райондың педагогик коллективтары вәкилдәре, производство алдынғылары, хеҙмәт ветерандары һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре йыйылды.
Республиканы үҫтереүгә беҙҙең Йылайыр районы ла лайыҡлы өлөш индерә. Ағымдағы йылдың һигеҙ айында ойошмаларҙың бөтә төр эшмәкәрлектәре буйынса әйләнеш 340 миллион һумдан ашыу булды, был үткән йыл менән сағыштырғанда 106 процент тәшкил итә. Һуңғы йылдарҙа район ауылдарын газ, электр менән тәьмин итеү яҡшы ғына тормошҡа ашырыла. Бынан тыш, торлаҡ төҙөү, социаль инфраструктураны үҫтереү кеүек саралар ҙа эшләй. 80 меңдән ашыу квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылды, был 2010 йыл менән сағыштырғанда 1,2 тапҡырға күберәк. Һуңғы йылдарҙа район буйынса уртаса эш хаҡы 24 мең һумға тиклем күтәрелде, ә был иһә 2010 йыл кимәленән ике тапҡырға күберәк.
Ауылдарҙың социаль инфраструктураһы яҡшыра, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ үҫә. Быйыл район үҙәге эсендә газ үткәреү эштәре дауам итте. 9 километр тирәһе газ торбалары һалынды, 12 километр электр сымы яңыртылды, 13 километр юл төҙөлдө һәм 32 километр юл япмаһы төҙөкләндерелде. Ике күпер төҙөлдө, социаль йүнәлештәге учреждениеларға ремонт эшләнде. Республика Башлығы ярҙамы менән районда ҙур ғына социаль объекттар төҙөлдө. Хәҙерге ваҡытта бөтә заман талаптарына тап килгән яңы гидрометеостанция бинаһын төҙөү эштәре дауам итә. Шәхси һәм муниципаль хеҙмәттәшлек сиктәрендә мунса-кер йыуыу комплексын төҙөү эштәре йәнле генә бара, тип әйтер инем.
Сығышын тамамлап, Илгиз Лирман улы оҙайлы, емешле хеҙмәттәре өсөн Дмитриевка урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Т.А.Воробьеваға, Юлдыбай урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы М.Ф.Нурисламоваға, район мәғариф бүлегенең мәғлүмәт-методика үҙәге мөдире Л.Е.Михайловаға – район хакимиәтенең Маҡтау грамоталарын; Йылайыр урта мәктәбенең музыкаль етәксеһе А.В.Баталоваға – Башҡортостан Республикаһы Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының Рәхмәт хатын; Ш.Бабич исемендәге башҡорт гимназияһының биология уҡытыусыһы Э.Ә.Ниғмәтйәноваға – аҡсалата сертификат; Матрай урта мәктәбенең математика уҡытыусыһы Ф.Й.Ғәлләмова менән Йылайырҙағы коррекция интернат-мәктәбенең хеҙмәт уҡытыусыһы И.В.Родионовҡа “Башҡортостан Респуб-ликаһының мәғариф алдын-ғыһы” билдәләрен тапшырҙы.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайы депутаты Р.Й.Нагаев үҙенең телмәрендә Йылайыр халҡына тырыш хеҙмәттәре һәм республика мәнфәғәтендәге барлыҡ эштәре өсөн Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе К.Б.Толкачев һәм бөтә депутаттар корпусы исеменән рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, ныҡлы һаулыҡ һәм уңыштар теләне. Айырым рәхмәт һүҙҙәрен Ринат Йәүҙәт улы район уҡытыусыларына белдерҙе, педагогтарҙың эше ниндәй кәрәкле һәм мөһим, шул уҡ ваҡытта ауыр һәм күп көс талап итеүен билдәләп үтте.
“Бына бер нисә саҡырылыш инде һеҙҙең райондан депутат булыу бәхете тейҙе миңә, – тине ул. – Һеҙҙең ярҙамығыҙ менән Йылайыр районы өсөн күп нәмә эшләй аласаҡбыҙ. Беҙ хәҙер ҙә күп кенә проекттарҙа ҡатнашабыҙ, алдағы көндәрҙә лә был эште дауам итергә һәм район өсөн файҙа килтерерлек эштәр башҡарырға яҙһын”.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайы депутаттарын һайлауға әҙерлек һәм уны үткәреүҙе ойоштороу эштәрендә әүҙем ҡатнашҡандары өсөн Р.Й.Нагаев “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһе етәксеһе Д.И.Мусина менән муниципаль район Советы секретары В.Ф.Аҙнағоловҡа Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутатының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Шулай уҡ депутат, Матрайҙағы балалар һәм үҫмерҙәр социаль приютына компьютер комплектын бүләк итеп, уның мөдире С.Б.Сәйфуллинаға рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе, артабан да талмай эшләүен теләне.
Башҡортостан Респуб-ликаһының урман хужалығы министры урынбаҫары С.А.Бәхтиәров үҙ сығышын республика Башлығы Р.З.Хә-митовтың Йылайыр районы халҡын Республика көнө менән ҡотлауын еткереүҙән башланы. Алдағы йылда республикабыҙҙы ҙур байрам көтөүе хаҡында телгә алып, йылайырҙарҙың да был байрамға әҙерләнеүгә ҙур өлөш индереүен әйтеп китте, район халҡын байрам менән ҡотланы.
Министр урынбаҫары “Йылайыр урман хужалығы” предприятиеһының баш бухгалтеры Г.М.Нуғайгилдинаға, урман мастеры В.Ә.Үтәшевкә һәм бухгалтеры Е.Г.Нелюбоваға Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы минис-трлығының Маҡтау грамоталарын тапшырҙы.
Сара уҡыусыларҙың һәм район мәҙәниәт һәм ял үҙәге артистарының береһенән-береһе сағыу, ҡабатланмаҫ сығыштары менән тамамланды.
Гөлгөнә ТАҺИРОВА.
В.КЛИМОВ фотолары.
Читайте нас: