Ауыл уттары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
28 Декабрь 2018, 11:41

Хөрмәтле район халҡы!

Һеҙҙе етеп килгән Яңы йыл менән бөтә күңелдән ҡотлайым! Һәр кемегеҙ өсөн яңы йыл уҙып барғанынан яҡшыраҡ булһын! 2019 йылда һеҙгә мөмкин тиклем күберәк яҡты һәм ҡыуаныслы, ысын мәғәнәһендә бәхетле көндәр теләйем! Алда беҙҙе ҙур һәм көсөргәнешле эш, күләмле, яуаплы бурыстар көтә. Бергәләп уларҙы уңышлы хәл итеребеҙгә ышанам. Теләһә ниндәй ауырлыҡтарҙы еңеп сығасаҡбыҙ. Барлыҡ пландарыбыҙҙы һәм уй-ниәттәребеҙҙе ғәмәлгә ашырасаҡбыҙ.Һеҙгә ысын күңелдән һаулыҡ, мөхәббәт һәм гөрләп йәшәүегеҙҙе теләйем! Өйөгөҙҙә гармония һәм бер-берегеҙҙе аңлау хөкөм һөрһөн! Бәхет, именлек һәм уңыштар һеҙгә! Билдәләгән һәм уйлаған бөтә нәмәләрегеҙ мотлаҡ тормошҡа ашһын! Яңы йыл менән!Район Советы рәйесе Геннадий ТУЛЕНКОВ.

Читайте нас: