Хөрмәтле Йылайыр район халҡы һәм ҡунаҡтары!
Һеҙҙе етеп килгән Яңы йыл менән ихлас ҡотлайым!Яңы йыл байрамдары һәр ваҡыт айырым бер изгелек, күңел күтәренкелеге, өй йылыһы менән һуғарылған була. Ошо матур байрам көндәрендә беҙ киләсәккә өмөт менән ҡарайбыҙ, сағыу ваҡиғалар һәм яҡшы ҡаҙаныштар көтәбеҙ.Яңы 2019 йылға аяҡ баҫҡанда беҙ үткән йылға йомғаҡ яһайбыҙ һәм киләсәккә пландар ҡорабыҙ. Үтеп барған йылды беҙ лайыҡлы ҡаҙаныштар менән тамамлайбыҙ. Беҙҙең район һәм республика өсөн ул әһәмиәтле ижтимағи-сәйәси ваҡиғаларға, яңы ҡаҙаныштарға бай булды. Йылайыр районы тотороҡло социаль-иҡтисади үҫеш юлын дауам итте. Бында районыбыҙҙа эшләүсе һәр кемдең хеҙмәте бар. Беҙ ҡуйған маҡсаттарыбыҙға табан бергә атланыҡ, йәнтөйәгебеҙ мәнфәғәттәрендә бергә эшләнек. Тыуған районыбыҙҙы үҫтереүгә хеҙмәт иткән, көндәлек хеҙмәте менән дөйөм эштең уңышына үҙ өлөшөн индергәндәрҙең барыһына ла рәхмәт белдерәм. Етеп килгән йылда беҙ өлгәшелгәндәрҙе нығытып ҡына ҡалмай, һәр ҡайһыбыҙҙың тормошон тағы ла яҡшыраҡ итергә тейешбеҙ.Ҡәҙерле дуҫтар! Ошо яҡты Яңы йыл көндәре беҙҙең күңелдәрҙә фәҡәт саф уй-ниәттәр генә уятһын, беҙгә йылылыҡ һәм яҡшы кәйеф бүләк итһен. Һәр өйҙә, һәр ғаиләлә ошо байрам көндәрендә тик матур һүҙҙәр һәм теләктәр яңғырауы, ҡот һәм күңел йылыһы хөкөм һөрөүе мөһим. Беҙҙең бөтә эштәребеҙ һәм ҡылыҡтарыбыҙ кешелектең төп ҡиммәттәренә ярашлы булһын өсөн ошо кәйефте йыл буйына һаҡлап ҡалырға кәрәк.Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, именлек, тыныслыҡ, иң изге теләктәрегеҙҙең бойомға ашыуын теләйем!Яңы йыл менән!Район хакимиәте башлығы Илгиз ФӘТҠУЛЛИН.