Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
28 Декабрь 2018, 18:02

Һәр ерҙә байрам һулышы, һәр ерҙә яҡшы кәйеф!

Нимә генә тимәһендәр, кескәйҙәр ҙә, өлкәндәр ҙә көтөп алған байрам булды һәм булып ҡала Яңы йыл.

Нимә генә тимәһендәр, кескәйҙәр ҙә, өлкәндәр ҙә көтөп алған байрам булды һәм булып ҡала Яңы йыл.
Ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балалар өсөн был икеләтә яҡты байрам. Шуныһы ҡыуаныслы, Яңы йыл байрамы алдынан Матрайҙағы балалар приютында ҡунаҡтар күп була. Кемеһе кескәйҙәрҙе ҡыҙыҡлы тамаша менән һөйөндөрә, кемеһе тәмле-татлы сюрприз ойоштора. Шуға ла был социаль приютта йәшәгән балалар үҙҙәрен Яңы йыл менән ҡотларға килгән район хакимиәте И.Л.Фәтҡуллин, уның урынбаҫары А.В.Коротков, Көньяҡ-көнсығыш район-ара социаль ярҙам үҙәгенең Йылайыр районындағы филиалы мөдире Е.А.Шарова, Матрай ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Н.Н.Әбдрәхимовтарҙы ҡыуанып ҡаршы алды.
Приютта тәрбиәләнеүселәр өсөн бик матур Яңы йыл тамашаһы күрһәтелде был көндө. Ҡыш Бабай менән Ҡарһылыуға әҙерләгән шиғырҙарын яттан һөйләүселәр ҙә, йырлаусы-бейеүселәр ҙә күп булды.
Илгиз Лирман улы барыһын да Яңы йыл менән ҡотланы, уңыштар теләне һәм балаларға бүләктәр тапшырҙы.
Гөлгөнә ТАҺИРОВА.
Читайте нас: