Ауыл уттары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
29 Декабрь 2018, 18:26

Кремль шыршыһына барып ҡайтҡан Азалия Мәҡсүтова

Эйе, үтеп киткән йылдың һуңғы көндәрендә уның был хыялы тормошҡа ашҡан – уҡыу алдынғыһы Азалия Башҡортостан делегацияһы составында Кремль шыршыһында ҡатнашып ҡайтҡан.– Яҡшы уҡыуым, төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнашыуым өсөн миңә Мәскәүгә – Кремль шыршыһына саҡырыу бирелеүе хаҡында ишеткәс, шатлығымдың сиге булманы. Бына оҙаҡ көтөлгән көн дә килеп етте. Өфөнән Мәскәүгә самолет менән остоҡ. Тәүге тапҡыр самолетта осоуым булды был. Килеп төшөүгә беҙҙе ҡаршы алдылар һәм ҡунаҡханаға урынлаштырҙылар.

Эйе, үтеп киткән йылдың һуңғы көндәрендә уның был хыялы тормошҡа ашҡан – уҡыу алдынғыһы Азалия Башҡортостан делегацияһы составында Кремль шыршыһында ҡатнашып ҡайтҡан.
– Яҡшы уҡыуым, төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнашыуым өсөн миңә Мәскәүгә – Кремль шыршыһына саҡырыу бирелеүе хаҡында ишеткәс, шатлығымдың сиге булманы. Бына оҙаҡ көтөлгән көн дә килеп етте. Өфөнән Мәскәүгә самолет менән остоҡ. Тәүге тапҡыр самолетта осоуым булды был. Килеп төшөүгә беҙҙе ҡаршы алдылар һәм ҡунаҡханаға урынлаштырҙылар.
Беренсе көндө төрлө экскурсиялар ойошторолдо, ә икенсе көндө Кремль һарайындағы шыршы байрамына йүнәлдек. Унда театрлаштырылған тамашаны һөйләп тә бөтөрлөк түгел – үҙ күҙҙәрең менән күрергә кәрәк! Шул тиклем оҡшаны. Төрлө конкурстарҙа, уйындарҙа ҡатнаштыҡ. Ысын Ҡыш бабай беҙгә бүләктәр тапшырҙы. Әкиәт иленә барып эләккән кеүек булдым, – тип тәьҫораттары менән бүлешә Азалия.
Азалияны уҡытыусылары ла, класташтары ла тырыш, маҡсатлы ҡыҙ тип белә. Тик “бишле”гә генә уҡый ул. Шуға ла тырышлығының ошолай ҙурлап баһаланыуы һис тә ғәжәп түгел. Үҙе иһә бында күберәк уҡытыусыларының, ата-әсәһенең хеҙмәтен күрә.
– Тәүге тапҡыр Мәскәү ҡалаһын күрҙем, башҡа төбәктәрҙән килгән тиҫтерҙәрем менән таныштым, яңы дуҫтар таптым. Бының өсөн иң элек уҡытыусыларыма, мәктәп етәкселегенә һәм, әлбиттә, атай-әсәйемә рәхмәтлемен, – ти ул.
Гөлгөнә ТАҺИРОВА.
Читайте нас: