Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
29 Декабрь 2018, 18:29

Райондың төп шыршыһында

Район мәктәптәрендә белем алыусылар өсөн икенсе сирек шыршы байрамдары менән тамамланды. Шуларҙың иң һуңғыһы – район шыршыһы –һәләтле уҡыусылар, ишле һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүселәр өсөн ойошторолған байрам булғандыр. Йылдағыса, был байрам сараһы райондың мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә уҙғарылды.

Район мәктәптәрендә белем алыусылар өсөн икенсе сирек шыршы байрамдары менән тамамланды. Шуларҙың иң һуңғыһы – район шыршыһы –һәләтле уҡыусылар, ишле һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүселәр өсөн ойошторолған байрам булғандыр. Йылдағыса, был байрам сараһы райондың мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә уҙғарылды.
Быйыл был матур байрамға райондың бөтә мәктәптәренән 73 уҡыу алдынғыһы саҡырыу алды. Барыһының да тиерлек байрамға ярашлы кейенеп килеүенә тамашасылар шунда уҡ иғтибар итте: балаларҙың сағыу бал-маскарад костюмдарына көнләшерлек ине.
Залда балаларҙы төрлө уттар менән балҡыған ҡупшыҡай ҡаршы алды. Тамаша башында бөтә байрамда ҡатнашыусыларға район хакимиәте башлығы И.Л.Фәтҡуллин ҡотлау телмәре менән мөрәжәғәт итеп, уҡыуҙарында һәм спортта ҡаҙаныштар, яҡшы кәйеф, хыялдарының тормошҡа ашыуын теләне.
Илгиз Лирман улы төрлө олимпиадаларҙа, конкурстарҙа, спорт бәйгеләрендә ҡаҙаныштар яулаған уҡыусыларға Яңы йыл бүләктәре тапшырҙы. Улар араһында Шәүрә Аҡҡужина, Есения Соколова, Алтынай Атанғолова, Иҙел Аҡҡужин, Заһир Баязитовтар бар.
Артабан район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре балаларға театрлаштырылған тамаша күрһәттеләр. Сәхнәләге әкиәт геройҙарының мажараларын уҡыусылар тын да алмай ҡаранылар, тиһәк, һис тә арттырыу булмаҫ.
Шунан һуң “Ҡыш Бабайға хат” тип аталған район хәйриә конкурсына йомғаҡ яһалды.
Акция барышында уҡыусылар бик күп яҡшы эштәр башҡарған һәм улар тураһында “Яҡшы эштәр көндәлеге”нә яҙып барған. Бына шул изге эштәр баһаланды ла инде хәйриә акцияһына йомғаҡ яһағанда.
Был балалар проектының еңеүселәре тип Егор Горшенин, Софья Даренских һәм Ульяна Пряхина танылды һәм Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҡулынан лайыҡлы бүләктәр алды.
Байрам шыршы тирәләй әйлән-бәйлән уйыны менән тамамланды.
Сажиҙә ӘЙҮПОВА.
Читайте нас: