Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
4 Март 2019, 19:01

Тарихҡа ихтирам, киләсәккә өмөт менән...

2019 йылдың иң мөһим тарихи ваҡиғаһы – республикабыҙҙың бер быуатлыҡ юбилейын киң билдәләүгә һанаулы ғына көндәр ҡалды.

2019 йылдың иң мөһим тарихи ваҡиғаһы – республикабыҙҙың бер быуатлыҡ юбилейын киң билдәләүгә һанаулы ғына көндәр ҡалды.
Мәғлүм булыуынса, 1919 йылдың 23 мартында Совет һәм Башҡорт хөкүмәттәре араһында ил күләмендә тәүге автономиялы милли республика – Башҡорт АССР-ы төҙөү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыла. Данлы ла, шанлы ла йылдар... Шул ваҡыттан алып бөгөнгәсә республикабыҙ туҡтауһыҙ үҫеш юлында. Бөгөн килеп был оло юбилей датаһын лайыҡлы ҡаршы алабыҙ. Күләмле байрамға әҙерлек сиктәрендә төбәгебеҙҙә ҙур эштәр атҡарыла: мөһим проекттар тормошҡа ашырыла, социаль объекттар төҙөлә, төрлө акциялар ойошторола, бөйөк шәхестәрҙең исемдәре мәңгеләштерелә, тарихыбыҙ барлана, шәжәрәләр тергеҙелә. Милли мәҙәниәтебеҙ өсөн яңы офоҡтар асҡан был тарихи ваҡиғаның рухи күтәрелешен сағылдырған бихисап концерт, ижади конкурстар ҙа ойошторолдо быйыл. Бына әле яңы ғына тотош район менән “Башҡортостан тарихы биттәре” республика фестиваль-марафонына әҙерләнә инек (әйткәндәй, Йылайыр районы таланттарының филармония сәхнәһендәге сағыу сығышы иң яҡшыларҙан тип табылды), бөгөн килеп республиканың 100 йыллығына бағышланған район фестивале старт алды. “Сәскә ат, Башҡортостан!” тип исемләнгән ижади проект-та барлыҡ ауыл биләмәләре ҡатнаша.
Әйткәндәй,15 февралдән башланып киткән фестиваль-конкурс сиктәрендә беренселәрҙән булып Һабыр, Бәрҙәш, Яманһаҙ, Дмитриевка, Иван-Ҡыуалат ауыл биләмәләренең үҙешмәкәр артистары сығыш яһаған да инде, сиратта ҡашҡарҙар ине. Район хакимиәте етәкселеге, баһалама ағзалары – район мәҙәниәт бүлеге белгестәре һәм район китапханаһы вәкилдәренән торған абруйлы делегацияны лайыҡлы ҡаршы алыуға талантлы һәм дәртле ҡашҡарҙар бар тырышлығын һалғайны. Шуны ла билдәләмәү мөмкин түгел, һәр саҡ тере ҡуҙҙай баҙрап торған урындағы мәҙәниәт усағы Ҡашҡар ауылының йөрәге кеүек ул. Биләмәләге ниндәй генә мөһим сара булмаһын – йыйылыштар, сходтар, концерт һәм конкурстар, төрлө уйын һәм юбилей кисәләреме – барса халыҡ клубҡа ашыға.
Республиканың 100 йыллығына бағышланған фестиваль-конкурсҡа әҙерлек сиктәрендә Ҡашҡар ауылы биләмәһе оҫталары милли аш-һыуҙан һәм ҡул эштәре өлгөләренән торған бик матур күргәҙмә лә әҙерләгәйне. Ә биләмәнең төрлө дәүерҙәге тормошон, кешеләрен сағылдырған, ваҡыт үтеү менән һарғая төшкән, әммә һәр ғаиләлә бик ҡәҙерләп һаҡланған фотоһүрәттәрҙән торған презентацияны ла тыныс ҡына ҡарап ултырыусы табылмағандыр. “Быныһы бит минең атайым!”, “Эх, булды бит йәш, дәртле саҡтар!”, ”Ә минең өләсәйем йәш сағында бик матур булған!” кеүегерәк һағыш ҡатыш шатлыҡлы һүҙҙәрҙе ишетеү үҙе үк был слайдттарҙың ниндәй тәьҫир көсөнә эйә икәнен төҫмөрләтә ине...
Башҡортостан Респуб-ликаһының 100 йыллыҡ юбилейы нигеҙендә башҡорт халҡының күп быуатлыҡ тарихының ябай булмаған оҙон юлы ята. Уның башы ХVI быуат урталарында башҡорт ырыуҙарының Рус дәүләтенә үҙ ирке менән ҡушылыу дәүеренә барып тоташа. Тап ошо осорҙо һүрәтләү менән башланып китте Ҡашҡар үҙешмәкәрҙәренең бай йөкмәткеле матур концерт программаһы. Әйтергә кәрәк, был концерт Ҡашҡар сәхнәһендә икенсе тапҡыр ҡуйылһа ла тамаша залы халыҡ менән тулы ине. Дәртле йырҙар, күңелле бейеүҙәр һәм, әлбиттә, моңло ҡурай көйҙәре менән үрелеп барған концерт бер тынала ҡаралды. Бигерәк тә “Байыҡ” телевизион бәйгеһе еңеүселәре, ауылдың ғына түгел, тотош район мәҙәниәтенең йөҙөк ҡашы һаналған “Умырзая” фольклор ансамбленең (етәксеһе – Әлфиә Теләүшина) сағыу сығыштарын дәррәү алҡышланы йыйылыусылар. Данлыҡлы яҡташыбыҙ, мәшһүр Ишмулла Дилмөхәмәтовтың үлемһеҙ көйҙәрен ҡурайҙа өҙҙөрөп уйнаған Тимур Сыңғыҙовты ла хисләнеп тыңланы тамашасылар. Ә инде гармунсылар ансамбленең дәртле көйҙәре концертҡа килеүселәрҙең кәйефен бермә-бер күтәреп ебәрҙе. Ир-егеттәр вокал ансамбле, ҡыҙҙар вокал ансамбле, ҡатын-ҡыҙҙар вокал ансамбле башҡарыуындағы халыҡ араһында яратып тыңланған йырҙар ҙа береһен дә битараф ҡалдырманы. Исҡужа мәктәбе коллективының “Беләҙек”, береһенән-береһе һылыу ауыл килен-ҡыҙҙарының “Сәскә” бейеүҙәрен дә һоҡланып ҡарап ултырҙы тамашасылар.
Дөйөм алғанда, һәйбәт әҙерлекле коллектив номерҙарҙы байтаҡ ҡына ҡуйҙы урындағы һәүәҫкәрҙәр. Ә бит күмәк сығыштарҙы ойоштороу күпкә ауырыраҡ. Барыһы ла эшләй, унан тыш, ауыл кешеһенең бүтән хужалыҡ мәшәҡәттәре лә күп...
– Әлбиттә, артистарыбыҙҙы репетицияларға йыйып алыуы еңелдән түгел. Шулай ҙа, интернет заманы бит, социаль селтәрҙәр аша йырҙарҙың һүҙҙәрен таратып, ятлап алабыҙ ҙа, аҙаҡ йәһәт кенә йыйылып, бергәләшеп ҡабатлап, геүләтеп сығыш яһап та ҡуябыҙ, теләк кенә булһын! – ти дәртле ҡашҡарҙар.
Ҡашҡар тамашасыһының күптән һөйөүен яулап өлгөргән яңғыҙ башҡарыусылар Радик Баязитов, Илдус Мусин, Айзилә Юлгилдиналарҙың моңло йырҙары ла концерттың бер биҙәге булды. Ҡурай өсөн тын кәрәк, бейеү өсөн һын кәрәк, тигәндәй, йәш, һылыу ҡыҙҙар Лилиә Ҡыуандыҡова менән Зөһрә Яманғолованың бейеүҙәре лә тамашасылар күңеленә хуш килде. Илдең ҡотон һаҡлаусы ағинәйҙәре менән дә дан тота ҡашҡарҙар. Бер генә мәҙәни сара ла уларҙың өгөт-нәсихәтенән, мөнәжәтенән тыш үтмәй. Ә инде күптән үҙҙәрен ысын сәнғәт кешеләре итеп танытҡан ирле-ҡатынлы Сөмбөл һәм Ғиззәт Моталлаповтарҙың һәр сығышында бер-береһенә булған ысын һөйөү хисе, иғтибарлылыҡ һәм ихтирамлыҡ сағыла кеүек. Һәр тамашаның ярты уңышы – алып барыусынан тигәндәй, ялҡынлы телмәре менән сәхнә түрен биҙәүсе Зөһрә Рәфҡәт ҡыҙы Зәйнуллинаға ла афариндан башҡа нимә әйтәһең?!
Бына шулай бер тынала ғына үтеп киткән концертты ҡашҡарҙарҙың визит карточкаһына әүерелгән, үҙҙәре билдәләүенсә “20-нән алып 50-не үткәндәрҙе берләштереүсе” “Гөлнәзирә” коллектив бейеүе һәм “Башҡортостан” йыры йомғаҡланы.
Артабан һүҙ фестиваль ҡунағы, район хакимиәте башлығы урынбаҫары А.В. Коротковҡа бирелде.
– Илһөйәрлек, тарихыбыҙға хөрмәт тәрбиәләүҙә ошондай фестивалдәрҙең әһәмиәте бик ҙур, – тине Александр Васильевич. – Заманында революция көрәше, автономия төҙөү кеүек мөһим тарихи ваҡиғалар майҙанына әүерелгән Йылайыр ере бөгөн дә республикабыҙҙың ныҡлы терәге. Күңелдәргә дәрт өҫтәгән, рухтарҙы яңыртҡан ошондай фестиваль-конкурстар ҙа йышыраҡ үткәрелеп торһон ине.
Эйе, үрҙә билдәләүемсә, һәр саҡ тере ҡуҙҙай баҙрай Ҡашҡар мәҙәниәт усағы, һәм бына ошо усаҡты гөрләткән тынғыһыҙ заттарҙың һәр береһенә яңынан-яңы ижади үрҙәр теләге килә.
Ә фестиваль дауам итә әле...
Зөбәржәт ҺИҘИӘТОВА.
Автор фотолары.
Читайте нас: