Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
6 Март 2019, 18:35

Гөрләтеп эшләй ҙә, янып йәшәй ҙә

Байрам көнөндә булһа ла һүрәтен район гәзитенең беренсе битенә ҡуйып яҙырлыҡ, һөйләрлек ҡатын-ҡыҙҙар, Аллаға шөкөр, районыбыҙҙа ла, беҙҙең Юлдыбай ауылында ла күп. Хеҙмәттәшем Гөлсөм Иҫәндәүләтованы шуларҙың береһе тип ышаныс менән әйтә алам.

Байрам көнөндә булһа ла һүрәтен район гәзитенең беренсе битенә ҡуйып яҙырлыҡ, һөйләрлек ҡатын-ҡыҙҙар, Аллаға шөкөр, районыбыҙҙа ла, беҙҙең Юлдыбай ауылында ла күп. Хеҙмәттәшем Гөлсөм Иҫәндәүләтованы шуларҙың береһе тип ышаныс менән әйтә алам.
Халыҡса әйткәндә, Урман Ҡыпсағы, йәғни Йомағужа ауылында ишле ғаиләлә тыуып үҫкән Гөлсөм Ғилмитдин ҡыҙы, мәктәпте тамамлағас, бала саҡтан йөрөткән хыялын тормошҡа ашырып, Стәрлетамаҡ педагогия институтына уҡырға инә. Ҡулына диплом алғас, йәш белгесте Юлдыбайға, ул саҡтағы 80-се һөнәрселек училищеһына математика уҡытыусыһы итеп эшкә ебәрәләр. Шул йылдарҙа күрше Һынташ ауылына килен булып төшә.
Эш башлауына ла хәҙер 33 йыл үтеп киткән. Ошо ваҡыт эсендә училище әллә нисә тапҡыр үҙгәрештәр кисереп, хәҙер колледж тип атала. Тик Гөлсөм Ғилмитдин ҡыҙының ғына яратҡан эшенә мөнәсәбәте үҙгәрешһеҙ ҡалды: һаман да гөрләтеп, янып, бирелеп эшләй ул. «Мин эш башлаған йылдарҙа училищела гел ир-егеттәр уҡыны. Шуҡ, шаян, тиктормаҫ, ҡайһы саҡта хатта тыңлауһыҙ ҙа була торғайнылар. Көнө буйы шуларҙы уҡытып, улар менән төрлө саралар үткәреп, арманһыҙ булып ҡайтҡас, өй эштәрен дә бөтөрөргә, кискеһен төрлө кисәләргә лә өлгөрөргә кәрәк була торғайны», – тип хәтерләп ала ул.
Уҡытыусының тырыш-лығын, ойоштороу һәләтен күреп, уға директорҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары вазифаһын йөкмәтәләр. Хәҙер дәрестәргә тағы ла төрлө саралар үткәреү, тәрбиәүи эштәр өҫтәлә, етмәһә, ятаҡ менән ашхананы ла контролдә тоторға кәрәк. Ошо йылдарҙа ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы булып та әүҙем генә эшләп ала ул.
Ул йылдарҙа коллективҡа үтә лә ныҡ тырышырға тура килә. Республика ғына түгел, хатта ил күләмендәге күп кенә конференциялар, конкурстар, олимпиадалар ошо уҡыу йортонда үткәрелә. Студенттарҙың “Йәйғор” фольклор ансамбленең етәксеһе булған осорҙа республика конкурсында Гран-при яулай улар.
Бөгөнгө көндә Гөлсөм Ғилмитдин ҡыҙы колледж студенттарын математиканан уҡыта һәм бына тигән егеттәр төркөмөн етәкләй. Әле лә бик әүҙем ул, концерт булһынмы, бүтән берәй сара булһынмы – ул шуларҙың уртаһында ҡайнай.
«Хеҙмәт юлымдың бер урында ғына үтеүе өсөн мин үҙ-ара татыу, берҙәм, бер маҡсатҡа – беҙгә уҡырға килгән егет һәм ҡыҙҙарға төплө белем һәм һөнәр биреп сығарыуға ынтылған эшһөйәр коллегаларыма рәхмәтлемен. Бай тарихы, матур традициялары булған уҡыу йортоноң яҡты киләсәге алда әле, тип уйлайым һәм шуны теләйем.
Бик күп уҡыусыларымдың һөнәри һәләттәрен асыуға, уларҙы үҙ аллы томошҡа әҙерләүгә, таланттарын күрһәтеүгә әҙ көс түкмәгәнмендер. Шуның һөҙөмтәләрен күреп шатланамын, уҡыусыларымдың ихтирамын тойоп, рухи ҡәнәғәтлек кисереп йәшәйем», – ти Гөлсөм Ғилмитдин ҡыҙы.
Ғаиләһенән дә уңды Гөлсөм Ғилмитдин ҡыҙы. Тормош иптәше Зөфәр Әҙеһәм улы менән өс балаға ғүмер бирҙеләр. Хәҙер инде улар бөтәһе лә ғаиләле булып, уңышлы эшләп йөрөйҙәр.
Ауылыбыҙҙың бер биҙәге булған Иҫәндәүләтовтар ғаиләһенә һоҡланмау мөмкин түгел. Бына шулай гөрләтеп эшләй ҙә, йәшәй ҙә белә беҙҙең хеҙмәттәшебеҙ – Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Гөлсөм Ғилмитдин ҡыҙы Иҫәндәүләтова.
8 Март уңайынан Гөлсөм Ғилмитдин ҡыҙын һәм колледжыбыҙҙың барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарын байрам менән ҡотлайым, барыһына ла иҫәнлек-һаулыҡ теләйем!
Айһылыу МОТАЛЛАПОВА,
Читайте нас: