Ауыл уттары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
6 Май 2019, 18:04

Уларҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ

Йыл һайын Һынташ ауылы халҡы ла, Бөйөк Еңеү көнөндә яугир ауылдаштарына ҡуйылған мәрмәр обелиск янына килеп, бер минутҡа тын ҡалып, баштарын эйеп, бөгөнгө тыныс тормош өсөн йәндәрен аямай дошман менән алышҡан атай-олатайҙарына сикһеҙ рәхмәтен белдерә.

Йыл һайын Һынташ ауылы халҡы ла, Бөйөк Еңеү көнөндә яугир ауылдаштарына ҡуйылған мәрмәр обелиск янына килеп, бер минутҡа тын ҡалып, баштарын эйеп, бөгөнгө тыныс тормош өсөн йәндәрен аямай дошман менән алышҡан атай-олатайҙарына сикһеҙ рәхмәтен белдерә.
1940 йылғы иҫәп буйынса, Һынташта йәмғеһе 140 ир-ат, 153 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән. Дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 66 ир-егет яуға китә. Әммә барыһына ла имен-һау әйләнеп ҡайтыу бәхете эләкмәй, яртыһынан ашыуы яу яланында баштарын һала. Мәрмәр обелискыға уйы-лып яҙылған ауылдаштарҙың ҡайғылы исемлегендә улар 36. Алфавит буйынса, исемлек Алсыновтарҙан башланып китә. Сабирйән, Ахунйән, Исмәғил, Фазылйән, Ғариф, Нурғәле, Мирғәле Алсыновтар; Мөхәммәҙийә, Ильяс, Сәйфулла Дәүләтсуриндар; Мөхәммәтзакир Иҫәкәев; Йәноҙаҡ, Оморҙаҡ, Сәмиғулла, Исмәғил, Мулләхмәт, Әбделәхәт Иҫәндәүләтовтар; Дәүләтша Йәндәүләтов; Йомабай Мараканов; Саҙретдин һәм Шәрифулла Нәҙерғоловтар; Хәйретдин Төлкөбаев яу мәхшәрендә хәбәрһеҙ юғала-лар. Искәндәр Алсынов, Шәрифулла, Мифтахетдин, Әхмәтдин Дәүләтсуриндар; Әмир Дәүләтшин; Ирғәле, Нуретдин Иҫәкәевтәр; Хәбибулла, Әбделхаҡ Иҫәндәүләтовтар; Ишкилде Мангилдин; Ахунйән Рөстәмов; Ғәлимйән Төлкөбаев; Шәрифйән һәм Фәсхетдин Үтәғоловтар дошман менән аяуһыҙ алышта батырҙарса һәләк булалар.
Уларҙың даны һәм исемдәре үлемһеҙ, беҙҙең улдарыбыҙҙың, ейәндәребеҙҙең, уларҙан һуң килер быуындарҙың хәтерендә мәңге һаҡланһын.
1989 йылдың июнендә бына ошо яҡташтары хөрмәтенә был һәйкәлде һәм паркты яуҙа булып, тыуған яҡтарына ҡайтып, тыныс тормош бәхетен татыған ҡорҙаштары асҡайны. Шуныһы үкенесле: беҙ ата-олатайҙар яҙмышы, ҡаһарманлығы тураһында аҙ, бик аҙ беләбеҙ... Үҙебеҙ ҙә, улар ҙа мәңге йәшәрбеҙ тип һананыҡмы икән?
Һуғыштан 30 яугир генә тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡан. Беҙ уларҙың күҙ алдында үҫтек, буй еткерҙек, уҡыныҡ. Бергә көн иттек. Һәр өйҙә тиерлек утты-һыуҙы кискән фронтовик йәшәне. Әммә ошо етмеш ете яу күргән, етмеш ете дау кискән, үлем менән күҙгә күҙ осрашҡан, кәүҙәләрен тупраҡ иткән олатайҙарыбыҙ, атайҙарыбыҙ хаҡында бик аҙ беләбеҙ кеүек. Ошоноһо бигерәк үкенес. Һуғыштан ҡайтҡас, уларҙы еңеүселәр тип ололау, данлау һирәк булды. Үҙҙәре лә айырым бер иғтибар, ихтирам дауламанылар.Борондан килгән йола, ғәҙәт буйынса, ир-егеттең яуға барыуын, Ватанды һаҡлауын изге бурыс тип һанағандарҙыр инде. Шуға ла беҙҙең атайҙар, олатайҙар кешелек тарихындағы иң дәһшәтле яуҙан ҡайтып та, әллә ниндәй оло эш башҡарғандай маҡтанып, шапырынып йөрөмәне. Үтә лә ябай, баҫалҡы булдылар. Хатта беҙ, бала-саға, күптәренең һуғышта булғанын да белмәй инек. Ирҙәрсә тотанаҡлы, аҙ һүҙле олатайҙар, атайҙар унда-бында ғына, урыҡ-һурыҡ ҡына асылып китерҙәр ине. Үлем менән йәшәү яғалашҡан яуҙа нисек кенә тере ҡалғандарҙыр ҙа, ниҙәр генә кисермәгәндәрҙер улар...
Һуғыштың тәүге көндәрендә үк армия сафына мобилизация башлана. Ҡырҡмыш тайҙай ир ҡорона тулып, ғаилә ҡороп,ҡырамаһа ҡырҡ мәшәҡәтле тормош йөгөн ҡырҡҡа бөгөлөп тартып, дер һелкетеп донъя көтөр мәлдә Сәғитулла (1908 йылғы), Мәһәҙей (1906), Сабирйән (1904), Шәкирйән (1902) Алсыновтар, Хужанияз Биктимеров (1908), Фазлетдин һәм Әхмәтзыя (1906) Дәүләтсуриндар, Һиҙиәт Дәүләтшин (1907), Шәмсетдин Иҫәкәйев (1908), Зәбир (1909), Сәфәрғәли (1909) Иҫәндәүләтовтар, балаларын тилмертеп, тәүгеләрҙән булып яуға китә.
1941 йылдың 10 авгусындағы бойороҡ буйынса, ир уртаһы иллелә тигәндәй,өлкәнерәктәрҙән (1893 йылғыларҙан) Зиннәт Дәүләтсурин, Ибраһим Иҫәкәев, Мөхәммәтйән Төлкөбаев һәм 1895 йылғы Мөхәммәт Алсынов олатайҙар ҙа, ил ҡайғыһын иңдәренә йөкмәп, ҡулдарына ҡорал алырға мәжбүр була.
Зиннәт олатай, ауыр контузия алып, 1942 йылда ҡайтып төшә. Ошо олатайҙар һәммәһе лә күҙ алдымда. Зиннәт олатай тырыш хеҙмәте өсөн Ленин орденына лайыҡ булды. Үҙе иртәсел, бөтмөр, үтә лә бөхтә булды, йорт тирәһен һәр саҡ тәртиптә тотор ине. Ғөмүмән, таҙалыҡ яратты.
Мәҙәк һүҙле Ибраһим олатай эшләпәһен һәр саҡ ҡырын кейеп йөрөр ине.Ап-аҡ йөҙлө, зәп-зәңгәр күҙле, һары сәсле булды. Һылыубикә әбейен сейәгә йөрөтөр ине.
Бесәнде ҡырҙа ятып эшләне. Сентябрҙә шуны оҙон ридуан арбаһы менән ташып алыр ине. Заманында Йылайыр урыҫтарында малайлыҡта йөрөгән. Руссаны шәп белгәнгә, өлкәнәйгәс тә һатыусы булып торҙо.
Мөхәммәт олатай балта оҫтаһы булып дан алды, хатта күрше ауылдарҙа ла бура бураны, өйҙәр һалды.
Һуғыш башланғас та 1905-1918 йылғылар – 8 көн эсендә 5,3 миллион кеше!– фронтҡа оҙатыла. Әммә һуғыштың тәүге айҙарында тиңһеҙ алыштарҙа юғалтыуҙар бик күп була. 1942 йыл башына 1923-1925 йылғыларҙы Ҡыҙыл Армия сафына мобилизациялау башлана. Шулай итеп, яуға киткән ағаларыныңүксәһенә баҫып килеүсе типһә тимер өҙөрлөк Камил, Хәкимйән Алсыновтар, Шаһишәриф һәм Мөхәммәтғәли Иҫәкәевтәр, Айса Ишкилдин, Мәүлетдин Нәҙерғолов, Ғөбәйҙулла Төлкөбаев, Ғаясетдин Үтәғолов, Әхмәтхәбиб Дәүләтсурин, Шәрифйән Йәйләүев яуға алына. Ил халҡының, һуғыш башланыр ҙа, тиҙ арала туҡтар, тигән өмөттәре аҡланмай. Киреһенсә, ҙур майҙанды биләп, фронт һыҙығы киңәйә генә. Яйлап, йәше етер-етмәҫтән, яңы мыйыҡ ебәргән йәш-елкенсәктәрҙән Янсаф Иҫәндәүләтов (1927), Мөғлитдин Торошев (1926), Абдулла Төлкөбаев (1927), Мирсәйет Үтәғолов (1925) илде һаҡлаусылар сафына баҫа.
1945 йылдың 9 май көнө һуғыш тамамланһа ла, ошо йәштәрҙең күбеһе 3-4 йылдан һуң ғына, 50-се йылдар башында ғына тыуған йорттарының тупһаһына аяҡ баҫа.Көтмәгәндә, уйламағанда, туғандарын ҡыуандырып,“хәбәрһеҙ юғалған” Сабирйән Алсынов менән Ильяс Дәүләтсурин ҡайтып төшә. Шулай, ил ни күрһә, кисерһә, шуны күреп, кисереп, фашистарҙы үҙ өңөндә дөмөктөрөп, иркен һулыш алып, төрлө яраларҙан һыҙлана-һыҙлана, тыуған яҡтарына ҡайтыу менән кисәге һалдаттар йәнә эшкә егелә. Етемһерәгән, бөлгән Һынташ ауылы фронтовиктар ҡайтыу менән йәнләнеп киткәндәй, терелгәндәй була.
Алсынов Мәһәҙей олатай баҫыусылыҡта бригадир булды, ә Сабирйән олатай малсылыҡта эшләне. Икеһе лә, ауыр яраларҙан һыҙланып, иртә китте. Шәкирйән олатай аттар ҡараһа, Сәғитулла олатай тракторсы булды, иген икте. Хужанияз олатай ҙа тракторсы булып эшләне. Мәрәкә һүҙле, таҡмаҡсы булды, йыр яратты, хәбәрен һөйләр ҙә шаңҡылдатып көлөп тә ебәрер ине. Әхмәтзыя олатай яндырай, ҡыҙыу булды. Эре кәүҙәле олатай һабантуйҙарҙа ҡатнашыу өсөн бәйгегә ат яратыр ине. Фазлетдин олатай һәр кешегә иғтибарлы, ипле, матур ҡарт булды. Яманһаҙҙа йәшәп, йылҡысылыҡ заводында эшләне. Аҙаҡтан Һынташта төпләнде. Нәҙерғолов Мәүлетдин олатай ҙа бик йәшләй китте. Ә Һиҙиәт олатайыбыҙ дини яҡтан да, былай ҙа белемле булды. Һәр ваҡыт колхоздакладовщик, иҫәп-хисапсы вазифаларын башҡарҙы. Шәмсетдин Иҫәкәйев олатай тракторсылар бригадиры булды. Ипле, тыныс, сабыр холоҡло, етеҙ генә бабай ҙур ғаилә башлығы ине. Иҫәкәйев Мөхәммәтғәли, Шаһишәриф олатайҙар – грамоталы, аҡыллы заттар, колхоз рәйесе, ауыл Советы рәйесе вазифаларын биләнеләр. Мөхәммәтғәли Иҫәкәйев заманында ВДНХ-ға ла барып ҡайтты. Әхмәтхәбиб Дәүләтсурин алтын ҡуллы кеше булды. Балығын да тотто, кейеген дә аулап эш итте. Һүрәт төшөрҙө, мейес сығарҙы,балта оҫтаһы ла булды. Ауылда иң тәүге мотоциклды ла ул алды. Мирсәйет Үтәғолов та грамоталы, асыҡ, киң күңелле кеше булды, барлыҡ ауылдаштары төрлө справка, ғаризаларҙы унан яҙҙыралар ине. Район үҙәгендә плановик-финансист булып эшләне. Хәкимйән Алсынов бик теремек, ихлас, асыҡ йөҙлө кеше булды. Һатыусы, почтальон йөгөн тартты. Сәфәрғәли Иҫәндәүләтов үтә кешелекле, сабыр холоҡло булды, тыныс ҡына етеш, матур донъя көттө. Торошев Мөғлитдин дә матур, уйсан кеше ине. Ғөбәй Төлкөбаев та тимер атта йөрөнө, ә Абдулла Төлкөбаев тәүҙә ҡалала йәшәп, һуңынан ауылға ҡайтҡас, малсы булып эшләне, матур ғаилә башлығы булды. Бөйөк Еңеүгә 69 йыл тула тигәндә вафат булды. Айса олатай Ишкилдин Юлдыбайҙа йәшәһә, Зәбир Иҫәндәүләтов, Ғаясетдин Үтәғолов Хәйбулла, Баймаҡ райондарында ғүмер иттеләр. Камил Алсынов та оҙаҡ йылдар ситтә йәшәп ҡайтҡас, Ҡашҡарҙа донъя көттө.
Беҙҙең атай-олатайҙар ҡырҙа иген икте, мал үрсетте, ит-һөт етештерҙе, дәүләткә тир түкте. Уртатау һыртында ферма һарайҙары балҡыһа, Иҫкеғый туғайында оҙон һабаҡлы кукуруз сәкәнләнде. Сыбатма, Һарытүң, Һыуыҡкүл, Арҡаялан, Күстәнә яландарында алтындай иген тулҡынланһа, Һаҡмар буйында башкүнәктәй сөгөлдөр тәгәрәп үҫте. Бер осор Һынташта мал, быҙауҙар өсөн аяҡ баҫырлыҡ та урын ҡалманы тиерлек. Совхозда ла мал күп ине.
Үрҙә телгә алынған олатайҙарҙың, ағайҙарҙың ғаиләләре ишле булды,уларҙа кәм тигәндә 5-6, ҡайһыларында хатта тиҫтәнән ашыу бала үҫте. Һаҡмар буйы, бигерәк тә йәйгеһен, бала-саға тауышынан гөрләп торҙо.
Ут-һыу кискән һалдаттарға ил, дәүләт бойороғон үтәү иң мөһиме булғандыр. Янып йәшәнеләр, янып эшләнеләр шулай беҙҙең атай-олатайҙар.
Нәфисә НӘҘЕРҒОЛОВА.
Юлдыбай ауылы.
Читайте нас: