Ауыл уттары
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
8 Май 2019, 19:04

Бөйөк Еңеүгә арналды

Районыбыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 74 йыллығына арналған һәм “Еңеү Салюты” тип исемләнгән велосипедта уҙышыу үткәрелде. Уны ойоштороусылар – район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте, физик культура һәм спорт бүлеге, “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының "Йәш гвардия” бүлексәһе һәм район ветерандар советы – сараның девизын “Беҙ иҫләйбеҙ! Беҙ ғорурланабыҙ!” тип иғлан итте.

6 сәғәт эсендә велоуҙышта ҡатнашыусылар Бәрҙәш ауылынан Матрай ауылына тиклем Бөйөк Еңеүҙең 74 йыллығына 74 километр юл үттеләр. Маршруттағы һәр
ауылда митингылар уҙғарылды, Бөйөк Ватан һуғышында тыуған ере өсөн һәләк булған яҡташтарыбыҙҙың обелисктарына сәскәләр һалынды. Ә район ветерандар советы рәйесе Н.И. Булавина йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләү кәрәклеген билдәләп, Бөйөк Еңеүҙең ниндәй хаҡ түләп яулап алыныуы тураһында сығыш яһаны.
Ф.ӘБДЕЛМӘНОВ.
Читайте нас: