Ауыл уттары
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
24 Май 2019, 11:35
Һуңғы ҡыңғырауҙың зың-зың йыры
Кисә һәр белем йорто сығарылыш класс уҡыусыларын оло тормош юлына оҙатты. Районыбыҙ мәктәптәрендә 101 – ун беренсе һәм 157 туғыҙынсы класс уҡыусылары ҡыңғырау тауышы, мәктәп, уҡытыусылар, дәреслектәр менән хушлашты. Яҙҙың иң матур, йәмле көндәренең береһендә уҙған был байрам шатлыҡлы ла, шул уҡ ваҡытта моңһоу ҙа! Алдағы көндәрҙә уларҙы дәүләт имтихандарын тапшырыу көтә, ә һуңынан ҡулдарына өлгөргәнлек аттестаты алған кисәге уҡыусылар алдында һөнәр һайлау кеүек бик яуаплы бурыс килеп баҫасаҡ. Һынауҙарҙы уңышлы тапшырып, киләсәккә ышаныслы аҙымдар менән инегеҙ, сығарылыш класс уҡыусылары!Гөлгөнә ҒӘРИФЙӘНОВА.
Читайте нас:
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Яңа елда пособиеләр күпмегә артачак?