Ауыл уттары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
27 Май 2019, 19:28

Һәләтлеләр күрһәтте һәләттәрен...

Ошо көндәрҙә, бына нисәнсе тапҡыр инде, йәмле Һаҡмар буйында урынлашҡан “Дуҫлыҡ” һауыҡтырыу лагерендә балалар һабантуйы ойошторолдо. Хәҙер инде матур бер йолаға әйләнгән был байрамда йыл буйы уҡыуҙан ялыҡҡан балалар уйнап-көлөп, йырлап-бейеп кенә түгел, һәләттәрен дә күрһәтеп, ял итеп ҡайттылар.

Ошо көндәрҙә, бына нисәнсе тапҡыр инде, йәмле Һаҡмар буйында урынлашҡан “Дуҫлыҡ” һауыҡтырыу лагерендә балалар һабантуйы ойошторолдо. Хәҙер инде матур бер йолаға әйләнгән был байрамда йыл буйы уҡыуҙан ялыҡҡан балалар уйнап-көлөп, йырлап-бейеп кенә түгел, һәләттәрен дә күрһәтеп, ял итеп ҡайттылар.
Байрам һабунтуй флагын тантаналы күтәреүҙән башланды. Был хоҡуҡ Йылайырҙағы Ш.Бабич исемендәге башҡорт гимназияһының уҡыу алдынғылары Гөлнәзирә Мәхмүтова менән Михаил Годуленкоға бирелде. Шунан барыһы ла район мәҙәниәт йортоноң “Ҡыңғырауҙар сыңы” тип исемләнгән республика конкурсында гран-при яулаған “Незабудка” өлгөлө ҡурсаҡ театрының спектаклен ҡарарға йәйге сәхнә алдына йыйылды.
Спектаклдән һуң балалар һәр төрлө оҫталыҡ дәрестәренә (мастер-класс) саҡырылды. Уларҙа һәр кем күңеленә ятҡан шөғөл тапты: һүрәт төшөрөү, аквагрим, шашка, шахмат, оратор оҫталығы, маникюр, ҡурайҙа уйнау, бейеү, вокал, самбо.
Әйтәйек, “Илһам” студияһы үҙенең оҫталыҡ дәресендә һүрәт төшөрөргә яратыусыларҙы “гүзәл мәлде” аҡ табаҡтарҙа мәңгеләштерергә тәҡдим итте.
Студия хужаһы – Йылайыр рәсса-мы И.А.Сучков килеүселәрҙе яңы өҙөлгән сирен сәскәләре еҫе таралған оҫтаханала мольберттар әҙерләп ҡуйып ҡаршы алды. Бумалалар тауышы ғына ишетелеп торған тынлыҡта, бер нәмәгә әүрәмәй, балалар яҙғы натюрморт төшөрҙө.
“Сағылыш” һәм “Актерҙар йорто” тип аталған ике студияның оҫталыҡ дәрестәре Рәсәйҙә иғлан ителгән Театр йылына бағышланды.“Сағылыш” студияһына килгән балалар гримеркаға барып эләктеләр. Иркен бүлмә көҙгөләр, париктар, кос-тюмдар менән тулған ине. Әйтерһең дә, ысын театр гримеркаһы. Үҙ эшенең оҫтаһы – Балалар ижад йорто директоры И.В.Скопинова “йәш гримерҙарға” аквагрим серҙәрен асты, уның ярҙамында нисек төрлө образдар барлыҡҡа килтерергә өйрәтте. Төҫлө буяуҙар менән биттәре биҙәлгән балаларҙың йөҙҙәре шатлыҡтан икеләтә балҡып киткәндәй булды.
“Актерҙар йорто”нда иһә уның хужабикәһе А.В.Буркова балаларҙы оратор оҫталығына һәм тауыштың йәне булған интонация алымдарына төшөндөрҙө. Был студияла алған белемдәренә йомғаҡ яһап, уҡыусылар Мифтахетдин Аҡмулла шиғырҙарын уҡып күрһәттеләр. Әйтергә кәрәк, бик уңышлы килеп сыҡты.
Шахмат һәм шашка яратыусыларға “Аҡ ладья” студияһы ишектәрен асты. М.Г.Сувашева үткәргән оҫталыҡ дәресендә балалар, шахмат һәм шашка уйнау серҙәренән тыш, был уйындарҙың аҡыл-зиһенде үҫтереүҙә бик яҡшы ысул икәнен дә аңланылар, киләсәктә был уйындар менән дуҫлыҡтарын дауам итергә тигән һығымтаға килделәр.
Йыр-моңға ғашиҡтар “7-се нота” студияһында йыйылдылар. Бында уларҙы Йылайыр Мәҙәни үҫеш үҙәгенең баш хормейстры Г.Ф.Суровцова һәм Балалар ижад мәктәбе директоры Р.Д.Моталлапова ихлас ҡаршы алды. Дәрес күнекмәләрҙән башланды: бәләкәй йырсылар гаммалар башҡарҙы, артикуляция һәм дикция өҫтөндә эшләне, йырҙың характерына төшөндө. Күнекмәләр бөткәс, балаларҙың көр тауышы бар студияны тултырып яңғырап торҙо.
“Бейеү нигеҙҙәре” (“Азбука танца”) сту-дияһы дәрестәре лә дәртле һәм күңелле үтте. Балалар ижад мәктәбенең хореографы М.Й.Боҫҡонова оҫталыҡ дәресенә килеүселәргә һәр бейеүсе мотлаҡ белергә тейешле нәмәләрҙе өйрәтте: кәүҙәне тотоу, талғын хәрәкәтләнеү, башты тота белеү һ.б. Балалар хореографтың һәр һүҙен йотлоғоп тыңлап, һәр хәрәкәтен күҙ яҙҙырмай ҡарап-ҡабатлап, өйрәнгән бейеүҙәренең характерын күрһәтеүгә өлгәштеләр.
Балалар ижад мәктәбе уҡытыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Д.Х.Нә-ҙерғолов егеттәрҙе генә түгел, ҡыҙҙарҙы ла ҡурай моңдары менән “сихырланы”. “Урал йәне” студияһында тап шундайҙар йыйылды ла инде. Был музыка ҡоралының барлыҡҡа килеү тарихы, уның уникаль мөмкинлектәре хаҡында уҡытыусы һөй-ләгәндәрҙе тыңлағандан һуң, балалар, үҙ һәләттәрен күрһәтеп, ҡурайсынан яҡшы баһа алды.
Мәғариф бүлегенән Н.В.Чекалова “Маникюр һәм Мин” тип аталған оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Оҫтабикә ҡул һәм тырнаҡтарҙы нисек дөрөҫ итеп тәрбиәләргә өйрәтте, уңышлы маникюр серҙәрен асты. Барыһы ла был эш менән шул тиклем мауығып китте, хатта ваҡыт үткәнен дә һиҙмәй ҡалды.
Н.Р.Ириков исемен-
дәге Йылайыр урта мәктәбенең хеҙмәт уҡытыусыһы Р.Я.Өмөтбаева “Яңы имидж” студияһын етәкләне. Ул ҡыҙҙарға көндәлек һәм байрам прическаларының айырмаһын аңлатты. Шулай уҡ кешенең ҡиәфәтендә, кейем-һалымдан башҡа, ҙур ролде тап прическа уйнағанын төшөндөрҙө.
Әүҙем ялды һәм спортты яратҡан тик тормаҫ балалар “Йондоҙло” физкультура-сәләмәтләндереү комплексы тренеры Ю.А.Бегун ойошторған “Олимп” оҫталыҡ дәресен һайланы. Бында спортсыларға үҙ-үҙеңде ҡоралһыҙ һаҡлау ысулдары (самбо) күрһәтелде.
Белеүебеҙсә, бындай байрамдарҙа үткән уҡыу йылына йомғаҡ яһала. Һабантуйҙа ла һәләтле балаларҙы билдәләп үттеләр. Бүләкләү тантанаһы быйыл бүләк алыусыларға үтә бай булды, сәхнәнән яңы исемдәр яңғыраны. Район хакимиәтенең эштәр идарасыһы вазифаһын башҡарыусы Ф.А.Сарбаева уҡыуҙағы уңыштары, йәмәғәт эштәрендәге ҡаҙаныштары өсөн башҡорт гимназияһы-ның сығарылыш класс уҡыусылары Гөлнәзирә Мәхмүтова менән Михаил Годуленкоға, Йыла-йыр коррекция мәктәп-интернаты уҡыусыһы Никита Сурковҡа район хакимиәтенең Маҡтау грамоталырын тапшырҙы. Шулай уҡ ата-әсәләр: Гүзәл Фәрит ҡыҙы һәм Нуритдин Имаметдин улы Мәхмүтовтар, Мария Александровна һәм Александр Ген-надьевич Годуленколар балаларына лайыҡлы тәрбиә биргәндәре өсөн район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары менән бүләкләнделәр. Тантанала Рәсәй, республика кимәлендә үткән фестиваль-конкурстар лауреаты – “Ләйсән”өлгөлө бейеү ансамбле (етәксеһе Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре М.Й. Боҫҡонова район мәғариф бүлегенең Маҡтау грамотаһына лайыҡ булды. Ғөмүмән, бүләкләнеүселәрҙең һәр береһен һанай китһәң, гәзит бите етмәҫ ине.
Бүләкләү тантанаһынан һуң балалар оҫталыҡ дәрестәрендә алған яңы белемдәрен, өйрәнгәндәрен күрһәттеләр. Һабантуй ҡунаҡтары – район хакимиәте башлығы урынбаҫары А.В.Коротков, Йылайыр ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы А.Г.Годуленко, район мәғариф бүлеге начальнигы Г.Х.Айытҡолова, район мәҙәниәт бүлеге начальнигы А.А.Сухов, район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте, физик культура һәм спорт бүлеге начальнигы Ф.Ф.Әбделмәнов шундай һәләтле ҡыҙҙар һәм малайҙарға уҡыуҙарындағы һәм ижад өлкәһендәге уңыштары, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡандары өсөн Маҡтау грамоталары тапшырҙы.
“Балалар һабантуйы-2019” байрамын тантаналы ябыу хоҡуғы ла, асҡандағы кеүек, Гөлнәзирә Мәхмүтова менән Михаил Году-ленкоға бирелде. Был матур сара Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған флешмоб менән тамамланды: балалар һәм өлкәндәр рус һәм башҡорт телдәрендә “Рус түгелмен, ләкин россиян мин” шиғырын бергәләп уҡынылар.
Һабантуйҙа ҡатна-шыусылар үткән уҡыу йылына йомғаҡ яһап, рәхәтләнеп күңел асып, уйнап-көлөп, йырлап-бейеп, яңы дуҫтар, шөғөлдәр табып, бер – ижад, бер спорт донъяһына сумып, яҡшы кәйеф менән теләр-теләмәҫ кенә киләһе йылға тиклем хушлаштылар.
Заһиҙә МУСИНА.
Читайте нас: