Ауыл уттары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
3 Июнь 2019, 19:52

Йылына бер тапҡыр йыйыла күмәк халыҡ һабан туйына

Районда бар халыҡтың көтөп алған байрамдарының береһе – ялан батырҙарына, малсыларға – ғөмүмән агросәнәғәт комплексында ал-ял белмәй эшләгән уңғандарға дан йырланған халыҡ байрамы Һабантуй шаулап-гөпләп үтеп тә китте. Быйылғы һабан байрамы Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә тап килеп, икеләтә байрамға әүерелеүе менән дә әһәмиәтле булды.

Район хеҙмәтсәндәренең байрам шатлығын уртаҡлашырға Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Зәкир улы Байғусҡаров, Башҡортостан Республикаһының урман хужалығы министры Марат Искәндәр улы Шәрәфетдинов, Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы министрлығының малсылыҡ бүлеге начальнигы Юлия Васильевна Кириллова, Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы начальнигы урынбаҫары Эльвир Фәрит улы Сәғитов һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар килде.
Байрам, ғәҙәттәгесә, ауыл хужалығы алдынғыларын тәбрикләүҙән башланды. Баҫыу эшсәндәрен һәм район халҡын Һабантуй байрамы менән район хакимиәте башлығы Илгиз Лирман улы Фәтҡуллин йылы ҡотланы.
Үҙенең сығышында ул, район малсыларының малдарҙы ҡышлатып, йәйләүҙәргә уңышлы күсереүҙәрен, яҙғы сәсеү эштәренең ойошҡанлыҡ менән юғары кимәлдә башҡарылыуын билдәләне һәм райондың агросәнәғәт тармағында хеҙмәт иткәндәрҙең барыһына ла оло рәхмәтен белдерҙе.
Һәр Һабантуйҙың биҙәге – ат сабыштары ла, милли көрәш тә, халыҡ уйындары менән спорт ярыштары ла, йылдағыса, юғары кимәлдә һәм спортсыларыбыҙҙың күмәк ҡатнашлығында үтте.
Гөлгөнә ТАҺИРОВА.
(Һабантуй байрамы тураһында тулыраҡ репортажды гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡырһығыҙ).
Читайте нас: