Рәсәй көнөндә Йылайыр ауылы үҙәк майҙаны йыр-моңдан, көслө алҡыштарҙан, уйын-көлкөнән гөрләп торҙо. Барыһына сәбәпсе – “Авто-Леди-2019” район конкурсы. Был инде йолаға ингән сара иң ҡыйыу автоһәүәҫкәр ҡыҙҙарҙы йыйҙы.
Конкурс өс бәйгенән торҙо: автомобилде биҙәү, юл ҡағиҙәләре буйынса һорауҙарға яуап биреү һәм фигуралы йөрөтөү. Ярыштың төп маҡсаты юл ҡағиҙәләренә иғтибарлы булыуҙы пропагандалау, машина йөрөтөүселәрҙең оҫталыҡтарын арттырыу.
Быйыл 6 авто-леди көс һынашты. Сара ҡыҙҙарҙың тимер аттары менән таныштырыуҙан башланды. Кемдер шиғыр яҙған, кемдер Рәсәй көнөнә тип ватан автомобиленә ултырып килгән, кемдер машинаһын йәнһүрәт геройҙарына оҡшатып биҙәп, үҙе лә шулай тап килтереп кейенгән. Ҡыҫҡаһы, машиналар сағыу һәм матурҙар, ә уларҙан да һылыуыраҡ авто-ледилар үҙҙәре. Артабан ҡыҙҙар экзамен билеттары буйынса юл ҡағиҙәләре һорауҙарына яуап бирҙеләр. Бында ла, һынатмай, бар һорауға дөрөҫ яуап ҡайтарыусылар табылды.
Иң аҙаҡ конкурсанткалар машина йөрөтөү һәләттәрен күрһәттеләр. Әйтергә кәрәк, быны улар бик ышаныслы, ҡыйыу, тиҙ һәм еңел башҡарҙылар.
Ниһайәт, иң тулҡынландырғыс мәл етте. Кем “Авто-Леди-2019” титулын алыр икән? Һөҙөмтәләр түбәндәгесә билдәләнде:
“Леди –күркәмлек” (Леди-элегантность) номинацияһы – Лариса Ишдәүләтова;
“Оригинәллек” номинацияһы – Таисия Политавкина;
“Патриотлыҡ” номинацияһы – Жәниә Аллабирҙина;
3-сө урын – Динара Ямалетдинова;
2- се урын – Анастасия Дегтярева;
1-се урын – Әлфиә Аҙнабаева.
Ҡатнашыусылар иҫтәлекле бүләктәр, гөлләмәләр, кубоктар менән бүләкләнделәр, ә иң мөһиме онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар алдылар. Һәм, әлбиттә, ҡатын-ҡыҙҙар ир-егеттәрҙән машина йөрөтөүҙә бер ҙә кәм түгел икәнен иҫбатланылар.
Ошоноң менән Рәсәй көнөнә арналған сара бөттө тиһәгеҙ, яңылышаһығыҙ. Балалар өсөн төрлө уйындар һәм ошо конкурстан тыш тағы ла матур датаға арналған концерт ҡуйылды. Сәхнәне төрлө йәштәге йырсыларыбыҙ, бейеүселәребеҙ дер һелкетте. Башҡорт, рус телдәрендә йырҙар яңғыраны, мордва һәм башҡорт халыҡ бейеүҙәре ҡуйылды. Шулай уҡ тантанала район хакимиәте башлығы урынбаҫары А. В. Коротков “Афғандан совет һалдаттарын сығарыуға 30 йыл” миҙалын ошо алышта ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға тапшырып үтте. Ә иң һуңынан Йылайырҙар һәм Йылайыр ҡунаҡтары аяҡтары талғанса дискотекала бейеп, күңел астылар.