Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
12 Июль 2019, 17:15

Йылайыр йәштәре өсөн ял көндәре күңелле булмаҡсы

Ял көндәрендә Йылайыр районының Һынташ ауылы янындағы Ситәнбар-Бәләкәй Яманташ атамалы ерҙә «Алға, Урал аръяғы – 2019» фестивале үтә. Өс көн дауамында барған фестивалдә төрлө спорт ярыштары, концерт һәм дискотека була. Популяр йырсы Сәғиҙулла Байегет байрамдың төп ҡунағы итеп саҡырылған.Әйткәндәй, алдағы ял көндәрендә республикала йәштәр өсөн бер нисә фестиваль ойошторола: Күгәрсен районында – «Мораҙым — FEST — 2019» башҡорт йәштәре йыйыны; Ейәнсура районында – «Аманат дуҫтарын йыя» фестивале уҙа. Унда танылған йырсылар Венер Абдуллин, Вилдан Яруллин сығыш яһай. Ә бына Ишембай районы Аҙнай ауылында «Ҡош юлы» бард фестивале ойошторола.Г.Таһирова.

Ял көндәрендә Йылайыр районының Һынташ ауылы янындағы Ситәнбар-Бәләкәй Яманташ атамалы ерҙә «Алға, Урал аръяғы – 2019» фестивале үтә. Өс көн дауамында барған фестивалдә төрлө спорт ярыштары, концерт һәм дискотека була. Популяр йырсы Сәғиҙулла Байегет байрамдың төп ҡунағы итеп саҡырылған.
Әйткәндәй, алдағы ял көндәрендә республикала йәштәр өсөн бер нисә фестиваль ойошторола: Күгәрсен районында – «Мораҙым — FEST — 2019» башҡорт йәштәре йыйыны; Ейәнсура районында – «Аманат дуҫтарын йыя» фестивале уҙа. Унда танылған йырсылар Венер Абдуллин, Вилдан Яруллин сығыш яһай. Ә бына Ишембай районы Аҙнай ауылында «Ҡош юлы» бард фестивале ойошторола.
Г.Таһирова.
Читайте нас: