Ауыл уттары
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
15 Июль 2019, 19:12

“Алға, Урал аръяғы-2019”

12 июлдән 14 июлгә тиклем Йылайыр районының Һынташ ауылы янындағы Ситәнбар-Бәләкәй Яманташ тип исемләнгән ерҙә йәштәр фестивале – “Алға, Урал аръяғы-2019” үтте.

12 июлдән 14 июлгә тиклем Йылайыр районының Һынташ ауылы янындағы Ситәнбар-Бәләкәй Яманташ тип исемләнгән ерҙә йәштәр фестивале – “Алға, Урал аръяғы-2019” үтте.
Тәүге көндө ойоштороусылар байрам майҙанында һуңғы әҙерләнеү эштәрен тамамлағанда, райондың, күрше райондарҙың иң дәртле йәштәре, ҡыҙҙары-егеттәре фестивалгә теркәлеү үтеп, палаткалар ҡороп, тирә-яҡ һәм үҙҙәре кеүек ял итергә килеүселәр менән таныша торҙолар. Унан инде иң күңеллеһе башланды.
Бокс буйынса Урал Аръяғының асыҡ чемпионаты, футбол, волейбол, күңелле старттар, йыр-моң, Сәғиҙулла Байегет һәм уның ижадташ дуҫтары ҡуйыуында концерт, төҫтәр фестивале, дискотекалар – былар барыһы фестиваль программаһына ингән онотолмаҫлыҡ сағыу саралар. Бынан тыш, һыу инеү, аралашыу, уйын-көлкө, усаҡ янында гитара менән йырҙар – әйтеп тораһы ла түгел!..
“Алға, Урал аръяғы -2019” йәштәр фестивале ойоштороусылары – Йылайыр районы хакимиәте байрамды юғары кимәлдә үткәреүгә күп көсөн түкте.
Был сара тураһында тулы репортажды гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡырһығыҙ.
З. Мусина.
Автор фотоһы.
Читайте нас: