Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
30 Июль 2019, 11:40

БАТЫР БУЛАМ ТИҺӘҢ ДӘ, МАТУР БУЛАМ ТИҺӘҢ ДӘ – ҠЫМЫҘ ЭС!

Сейәле ҡымыҙ, ыҫланғаны, ҡаҙылыһы, хатта мөхәббәт ҡымыҙы. Бындай шифалы һәм үҙенсәлекле милли эсемлектәрҙе Өфө ҡалаһында Таһир Күсимов исемендәге «Аҡбуҙат» ипподромында уҙған «Йәйләү» башҡорт ҡымыҙы этнофестивалендә тәмләп ҡарарға мөмкин ине. Уҙған ялдарҙа тәүгә ойошторолған фестивалдең төп маҡсаты — «Башҡорт ҡымыҙы» брендын популярлаштырыу, этно-сараны бөтөнләй яңы форматта үткәреү.

Сейәле ҡымыҙ, ыҫланғаны, ҡаҙылыһы, хатта мөхәббәт ҡымыҙы. Бындай шифалы һәм үҙенсәлекле милли эсемлектәрҙе Өфө ҡалаһында Таһир Күсимов исемендәге «Аҡбуҙат» ипподромында уҙған «Йәйләү» башҡорт ҡымыҙы этнофестивалендә тәмләп ҡарарға мөмкин ине. Уҙған ялдарҙа тәүгә ойошторолған фестивалдең төп маҡсаты — «Башҡорт ҡымыҙы» брендын популярлаштырыу, этно-сараны бөтөнләй яңы форматта үткәреү.
Сараны ойоштороусылар – Башҡортостан Хөкүмәте, Ауыл хужалығы министрлығы, «Аҡбуҙат» ипподромы, UMAY Ethno Production.
Байрамға Башҡортостандың төрлө райондарынан ҡымыҙ етештереүселәр үҙ продукцияһын алып килде. Бындай үҙенсәлекле фестивалдә ҡатнашҡан өфөлөләр һәм республиканың төрлө район-ҡалаларынан йыйылған халыҡ һатыуға сығарылған ҡымыҙҙы оҙон-оҙон сираттарҙа тороп тәмләне. Байтаҡ ҡына булып етешкән әсеһе лә, һаумал ғына сөсө ҡымыҙы ла, әрем, бөтнөк тәме килеп торған ялан яғыныҡы ла –йәнең теләгәне бар ине һатыуҙа! Шуныһы айырым иғтибарға лайыҡ, һәр ерлек ҡымыҙы тәме менән бер-береһенән айырылып тора. Литр ярымы 200 һумға тәҡдим ителгән шифалы эсемлекте бер юлы хатта 20-шәр литр һатып алыусылар ҙа бар ине. Шулай булмай ни, ҡымыҙҙың шифаһы һанап бөткөһөҙ бит ул!
Республиканың төрлө төбәктәренән килтерелгән утыҙ төрлө эсемлекте белгестәр ҙә ентекле баһаланы. Республиканың стандартлаштырыу, метрология һәм һынауҙар үҙәге һәм аҙыҡ-түлекте сертификациялау төркөмө вәкилдәре гигиена талаптарының үтәлешен, ҡымыҙҙың ҡуйылығын, әселеген тикшерҙе. Шул рәүешле фестивалдең иң яҡшы ҡымыҙы билдәләнде. Бынан тыш, сарала ҡымыҙ бешеүселәр съезы үтте, уларҙы уҡытыу ҙа ҡаралғайны.
«Йәйләү» башҡорт ҡымыҙы фестивалендә этно-ихата ҡоролдо, концерт, йәрминкә, «Ашмаркет» аш-һыу фестивале ойошторолдо, шулай уҡ ҡымыҙ һәм сәй менән һыйланып ял итеү урыны булдырылды. Күргәҙмә ойоштороуҙа беҙҙең район вәкилдәре лә әүҙем ҡатнашты. Район ағинәйҙәре, Балалар ижад йорто, “Йыла-йыр” ҡулланыусылар йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре һ.б. тарафынан әҙерләнгән, Йылайырыбыҙҙың данлы тарихын, милли-мәҙәни үҙенсәлеген, халыҡ кәсептәрен сағылдырған бай күргәҙмәне фестивалгә йыйылыусы халыҡ ҡыҙыҡһынып ҡараны. Ғөмүмән, ипподром биләмәһе башҡорт халҡының элекке көнитмешен тулы сағылдырҙы. Бында теләге булған һәр кемде балаҫ һуғыу, кейеҙ баҫыу шөғөлдәренә өйрәттеләр, ағастан төрлө әйберҙәр, милли стилдәге түшелдеректәр, янсыҡтар оҫталарға ла мөмкин ине.
Байрамда ир-аттар һәм хатта ҡатын ҡыҙҙар ҙа суҡмар сөйөп ҡараны. 20 килограмлы ҡайын суҡмарҙы иң алыҫҡа ырғытыусыға бер тартма ҡымыҙ бүләк ителде. Кескәйҙәр өсөн төрлө мауыҡтырғыс
уйындар әҙерләнгәйне.
"Йәйләү" башҡорт ҡымыҙы этнофестиваленең икенсе көнөндә һигеҙенсе "Терра Башҡортостан" ат спорты турниры үтте. Унда Стәрлетамаҡ, Йылайыр, Ҡалтасы, Мәләүез, Өфө райондары һыбайлылары уҙышты.
Турнир ике этапта барҙы. Тәүҙә район чемпиондары билдәләнде, һуңынан дүрт еңеүсе һәм дүрт көмөш призер "Аҡбуҙат" ипподромы юртаҡтарында ярышты. Көсөргәнешле алышта беренсе булып Евгений Семёновтың юртағы (Стәрлетамаҡ) килде. Икенсе - Рудольф Кузяхметов (Ҡалтасы), өсөнсө урынды Ринат Ғәлимов (Мәләүез) яуланы.
Әйткәндәй, 11 октябрҙә, Республика көнөндә, турнир-ҙың финал ярыштары үтә-сәк. Сара Башҡортостан Республикаһының 100 йыллы-ғына арналасаҡ.
З. Һиҙиәтова.
Б. Солтанов фотолары.
Читайте нас: