Ҡорбан ғәйете – Ислам донъяһының иң олуғ байрамдарының береһе тип һанала. Ураҙанан һуң етмеш көн үтеп, Зөлҡәғиҙә айының 10-сы көнөндә билдәләнгән был байрам көнөндә райондың бөтә 16 иман йортонда ла халыҡ Ҡорбан ғәйетенә йыйылды.
Ашҡаҙар ауылы халҡы Ҡорбан байрамын бар ауыл менән бергәләшеп үткәрҙе. Байрамға, кескәй баланан алып иң өлкәненә тиклем, йөҙҙән ашыу кеше йыйылды, күрше ауылдан, бүтән яҡтарҙан ҡунаҡтар килде. Байрамдың төп ойоштороусыһы һәм бағыусыһы – ошо ерҙә тыуып-үҫкән, оҙаҡ йылдар район хакимиәте башлығы вазифаһын биләгән Юнер Сәлим улы Вәлеев, байрамды күләмле, тотош ауыл менән йыйылып үткәреүҙең төп маҡсаты – дини йолаларҙы тергеҙеү, халыҡты берләштереү, үҫеп килгән быуынды яҙа юлдан ҡурсыу, күңелдәрҙә мәрхәмәтлек тойғоһо тәрбиәләү, тип билдәләне.
Ҡорбан ғәйете тәртибе буйынса, ғәйет намаҙы уҡылып, тәҡбир әйтелгәс, мәсеткә йыйылғандар хөтбә тыңланылар. Хөтбә бөткәс, ҡорбан салынды.
Ҡорбан ашы әҙер булғансы байрамдың икенсе өлөшө башланды. Сәхнә түренә хөрмәтле ҡунаҡтар саҡырылды. Ашҡаҙар ауылы халҡын район Советы секретары Ф.Р.Нәҙерғолов һәм Һабыр ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы И.С.Солтанов Ҡорбан ғәйете менән ҡотлап, иң изге теләктәрен еткерҙеләр. Юнер Сәлим улы ла, ауылдаштарына сәләмләү һүҙен, йылы теләктәрен әйтеп, Ҡорбан байрамы мөбәрәк булыуын теләне.
Артабан балалар, ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр өсөн төрлө уйындар ойошторолдо: арҡын тартышыу, йомортҡа һалынған ҡалаҡты тешләп йүгереү, гер күтәреү, сәпкә уҡ ташлау (дартс), күҙ бәйләп бүләктәр ҡырҡыу...
Милли кейемдәрен кейеп килгән һылыу апай-ҡыҙҙар ауылдаштарын, ҡунаҡтарҙы моңло йырҙары, матур-матур бейеүҙәре менән ҡыуандырҙылар.
Ҡорбан ғәйетенең иң матур күренештәренең береһе Ҡөрьән сүрәләрен уҡыу һәм мөнәжәт әйтеү бәйгеләре булғандыр. Ҡөрьән сүрәләрен уҡыуҙа ауылдың киләсәге – үҫеп килгән быуын малайҙары көс һынашты. Бындай бәйгелә тәүге тапҡыр ҡатнашыуҙарына ҡарамаҫтан, малайҙар яҡшы сығыш яһаны. Мөнәжәт әйтеүгә килгәндә, бында Сәйҙә Теүәлбаева, Әлфирә Әбүбәкирова, Гөләндәм Ураҡова тыңлаусыларҙың береһен дә вайымһыҙ ҡалдырманы. Һәр бер уйында, бәйгелә ҡатнашыусыға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Бер кем дә байрамдан буш ҡул менән ҡайтманы.
Байрамдың төп бағыусылары – Вәлеевтәр ғаиләһе ошо изге Ҡорбан ғәйетен, ярыш-уйындарҙы, ғөмүмән, тотош байрамды ярты быуатҡа яҡын ғүмерен ауылдың әллә нисә быуынын тәрбиәләп, шәхес итеүгә, белем биреүгә арнаған Мәғәзирә Сәйфулла ҡыҙы Азаматоваға бағышланылар.
Байрам һуңында бар халыҡ Ҡорбан ашынан ауыҙ итергә бер табын артына йыйылды. Һыйҙан һығылып торған өҫтәлдәргә һәр кем үҙе тотоп килгән күстәнәсен дә ҡуйҙы. Тәмле аш ашап, самауыр сәйе эскәс, ҡорбан салыусыларға рәхмәт әйтелде.
Ауылдаштар киләсәктә лә иҫәнлектә-һаулыҡта тағы ла осрашырға, ошо матур йоланы артабан да дауам итергә теләктәрен белдереп, байрамдан ҡәнәғәтлек алып таралышты.