Ауыл уттары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
10 Декабрь 2019, 11:34

Этнотуризм буйынса халыҡ-ара форум

Өфөлә этнотуризм буйынса халыҡ-ара форум үтә. Ул 12 декабрҙән 14 декабргә тиклем барасаҡ. Сараға Рәсәй төбәктәре һәм Европа илдәренән туризм индустрияһы вәкилдәре килеүе көтөлә.

Өфөлә этнотуризм буйынса халыҡ-ара форум үтә. Ул 12 декабрҙән 14 декабргә тиклем барасаҡ. Сараға Рәсәй төбәктәре һәм Европа илдәренән туризм индустрияһы вәкилдәре килеүе көтөлә.
Форум барышында халыҡ кәсептәрен үҫтереү, этномаршруттар булдырыу, этнотуризмда яңы технологияларҙы ҡулланыу кеүек мәсьәләләр ҡараласаҡ. Сарала бер нисә майҙансыҡ эшләйәсәк.
Шулай уҡ форум сиктәрендә республиканың туристик мөмкинлектәре менән таныштырған күргәҙмә ойойшторола.
Читайте нас: