Ғаилә ялы райондың ял һәм мәҙәниәт йортонда башланып китте. Сараның тәүге өлөшө “Донъя халыҡтарының Яңы йыл йолалары” фестиваленә йомғаҡ яһау булды.
Иҫегеҙгә төшөрәйек, 3 декбарҙән старт алған фестиваль сиктәрендә белем биреү ойошмаларының һәр класы йәки төркөмө иң тәүҙә Бөтә донъя ЮНЕСКО объекты булған илдәрҙең береһен һайланы. Шунан һайлаған илдең Яңы йыл йолаһына ярашлы ата-әсәләр, уҡытыусылар менән берлектә бүлмәне биҙәнеләр, традицион ризыҡтарынан табын әҙерләнеләр һәм, әлбиттә, шул илгә бәләкәй генә “сәйәхәт” ойошторҙолар – костюмдар тектеләр, байрамдың нисек үтеүен күрһәттеләр, шул телдә шиғырҙар ятланылар, бейеүҙәрен өйрәнделәр – һәр кем үҙенең барлыҡ фантазияһын эшкә екте.
Белем биреү ойошмаларының әҙерлеген район хакимиәте, ауыл биләмәләре хакимиәттәре, “Ғаилә” район-ара үҙәге, райондың мәғариф, мәҙәниәт бүлектәре вәкилдәренән торған махсус комиссия баһаланы. Комиссия составында район хакимиәте башлығы И. Л. Фәтҡуллин да булды.
Ҡатнашыуға ғариза биргән райондың һәр белем биреү учреждениеһында булғандан һуң, баһалау комиссияһы иң креатив, сағыу әҙерләнгәндәрҙе фестивалдең йомғаҡ яһау өлөшөнә – финалға саҡырҙылар. Шулай итеп, ун көндән ашыу барған масштаблы фестивалдә Йомағужа урта мәктәбе һәм Йылайыр ауылының “Ҡайынҡай” балалар баҡсаһы Гран-при яуланы. Афарин! Уларҙы һәм призлы урындарға, төрлө номинацияларға лайыҡ булыусыларҙы район хакмиәтенең дипломдары һәм иҫтәлекле бүләктәре менән бүләкләнеләр.
Яңы йыл – бөтә донъяла яратып көтөп алған байрамдарҙың береһе. Һәр илдә уны үҙенсәлекле йолалар менән ҡаршы алалар. Ҡайҙалыр ун ике виноград ашап теләк теләйҙәр, ҡайҙалыр иҫке әйберҙәрҙе тәҙрә аша ташлайҙар, ҡайҙалыр шыршы урынына икенсе ағас биҙәйҙәр... Шулай ҡыҙыҡлы байам йолалары менән тотош районды берләштергән уникаль сара – “Донъя халыҡтарының Яңы йыл йолалары” фестивале танышырға мөмкинлек бирҙе һәм уҡыусыларға, балаларға ғына түгел, ә өлкәндәр өсөн дә яңы белемдәр асты.
Ғаилә ялы көнө – 14 декабргә тап килде. Ә был дата Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров указы менән рәсми рәүештә Башҡорт теле көнө тип иғлан ителде. Башҡорт телен үҫтереү һәм һаҡлау маҡсатында булдырыдлған был көндө тамашасылар һәм фестивалдең финалистары флешмоб менән билдәләнеләр – күмәкләп “Башҡорт телендә һөйләшәм” йырын йырланылар. Ә район башлығы Илгиз Лирман улы Фәтҡуллиндың ҡотлау телмәрен Мостай Кәримдең “Рус түгелмен, ләкин россиян мин” шиғырын ике телдә яттан һөйләп тамамлауы бөтәһенең дә күңеленә хуш килде, дәррәү алҡыштарға күмелде.
“Донъя халыҡтарының Яңы йыл йолалары” фестиваленә йомғаҡ яһалып, Башҡорт теле көнө бидәләнгәндән һуң Ғаилә ялында ҡатнашыусылар Ҡыш бабайҙар парадына ҡушылды.
Был парад ябай ғына булманы: унда үҙебеҙҙең Ҡыш бабайҙан тыш Англияның Санта-клаусы, Японияның Сегацу-саны, Францияның Бабо-Наталеһы, Португалияның Папа Ноэле, Ҡаҙаҡстандың Аяз Атаһы һ.б. ҡатнашты. Райондың ял һәм мәҙәниәт йортонан үҙәк майҙанғаса барған парадта 13 илдең Яңы йылдың төп символдары – Ҡыш бабайҙары һәм Ҡарһылыуҙары теләктәрен әйтә-әйтә, сәләмдәр биреп үтте.
Сараның икенсе өлөшө үҙәк майҙанда дауам итте. Бында райондың төп яңы йыл шыршыһын асыу тантанаһы ойошторолдо. Ҡупшы шыршы, боҙ фигуралар, тауҙар, ҡар бабайҙар араһында ауыл биләмәләре хакимиәттәре төрлө илдәр табындарын тәҡдим иттеләр. Һәм, әлбиттә, ниндәй яңы йыл байрамы шыршы тирәләй өйрөлөп йырламай, уйын-көлкөһөҙ, ҡотлауҙарһыҙ үтһен!
Район хакимиәте башлығы И. Л. Фәтҡуллин сарала ҡатнашыусылар алдында сығыш яһап, ғаилә ялының бәхәсһеҙ файҙаһын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Сөнки тап ғаилә баланы шәхес итеп тәрбиләй. Ғаилә ялы – ата-әсәләргә үҙ балаларын яҡшыраҡ белергә, уны ишетергә һәм аңларға яҡшы мөмкинлек. Дөрөҫ ойошторолған ял – хәтерҙә ғүмергә ҡаласаҡ ваҡиға.
– Бөгөн яҡшы көн, һеҙҙең йылмайыуҙарығыҙ, эмоцияларығыҙ менән йылытылған һәйбәт, ҡышҡы һыуыҡ тора тышта. Беҙҙең сара аҙағына етте һәм әйтергә була: байрам килеп сыҡты! Был көндөң бөтә Башҡортостанда Башҡорт теле көнө билдәләнеүенә тап килеүе – тәрән мәғәнәгә эйә. Билдәле факт, үҙеңдең туған телеңде белеү бөгөн бик кәрәкле сит телдәрҙе өйрәнеүҙе еңеләйтә, – тине Илгиз Лирман улы.
Ҙур байрамдың нөктәһе – төрлө илдәр ҡыш бабайҙарынан һәм ҡарһылыуҙарынан төрлө телдәрҙә етеп килгән яңы йыл менән ҡотлау һәм татыулыҡ, именлек теләүҙәре. Ә шунан һуң етеп килгән 2020 йылды ҡаршылап, байрамдың иң тулҡынландырғыс мәле етте: төп ҡупшы шыршының йөҙәрләгән уты балҡыны!