Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
19 Декабрь 2019, 17:50

Йыр – йәшәтә, йыр – йәшәртә

Ҡыҙҙар йырлай, ҡыҙҙар йырлай,Ҡыҙҙар йыры – ҡанатлы.Ҡыҙҙар йыры күңелдәгеҺағыштарҙы таратты...Майҙың күпереп сәскә атҡан муйыл-сирендәрҙең хуш еҫенә күмелгән бер кисендә “Шатлыҡ” ҡыҙҙары Йылайыр тамашасыһын йәнә йыйҙы. Ниндәй сәбәп менән бит әле: уларға – 15 йәш! Эйе, концерт һайын беҙҙе үҙенең яңынан-яңы репертуары менән ҡыуандырып торған “Шатлыҡ” халыҡ вокал ансамбле был көндө юбилейын билдәләне. 15 йәшлек һылыу ҡыҙҙай ансамбль, тамашасыларҙы үҙенең һис шикһеҙ матур сағы менән сәхнәнән һоҡландырып, йөрәктәрен өҙгөләне.

– Беҙҙең ансамбль 2004 йылда барлыҡҡа килде. Ҡайһы берәүҙәр өйләнешеп тә 15 йыл йәшәй алмай, ә беҙ төрлө характерлы, төрлө һөнәрле ҡыҙҙар менән һаман йырлашып донъя көтәбеҙ. Арабыҙҙа, Зөлфиә Марат ҡыҙы Сырлыбаева һәм Әлфиә Фәрит ҡыҙы Әжибаева кеүек, ансамблгә иң тәүге көндәрҙән башлап йөрөүселәр ҙә бар. Үҙем мәҙәниәт өлкәһендә 27 йыл эшләйем, ташлап китеп булмай ҡыҙҙарымды! Балаларым кеүек күрәм уларҙы. Барыһы ла һомғол буйлы, матур, эшлекле, йыр ярата. Рәхмәт һеҙгә, ансамбль тип янып йөрөүегеҙгә, моңға ғашиҡ булғанығыҙға!
Йыр бит ул йәшәтә, йыр бит ул йәшәртә,
Ҡартайтмай кешене ғүмергә!
Йырлағыҙ беҙҙең менән бергә, йыр керһен күңелдәргә! – тип үҙенең йылдар буйы тупланған йылы һүҙҙәрен коллективына еткерҙе “Шатлыҡ” вокал ансамбле етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сәкинә Марат ҡыҙы Юлгилдина.
Ансамблде ҡотларға район хакимиәте башлығы урынбаҫары Александр Васильевич Коротков менән Йылайыр ауыл биләмәһе хакимиәте исеменән ауыл Советы депутаты Ильфат Ильяс улы Такалов килгән ине. Улар ансамбль ҡыҙҙарына иң изге теләктәр менән иҫтәлекле бүләктәр, Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Шунан һуң һүҙ “Шатлыҡ”тарҙың ижадташ дуҫтарына бирелде. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сажидә Моталлапова һәм Морат Оморҙаҡов сәхнәләш дуҫтарын – дәртле башҡорт бейеүе, Гәрәй Арыҫланбаев һинд телендә йырҙар менән ҡотланы.
“Шатлыҡ”тарҙың ҡыуанысын уртаҡлашырға килеп еткән Ейәнсура районы мәҙәниәт һарайының “Үҫәргән” халыҡ вокал ансамбле коллегаларына бүләккә тотош бер концерт әҙерләгән булып сыҡты. Юлдыбай ауылы мәҙәниәт йортоноң “Аҡйондоҙ” халыҡ вокал ансамбле ҡыҙҙарға, музыкаль бүләктән тыш, тыуған көн йолаһына ярашлы, 15 шәм менән биҙәлгән торт бүләк итте. Байрамдың сәпәбселәре шәмдәрҙе, теләк теләп, алҡыштар аҫтында өрөп һүндерҙеләр.
Әлбиттә, тыуған көндәре булғанғамы, былай ҙа һәр саҡ матур сығыш яһаған ансамблдең юбилей концерты бигерәк тә һоҡландырҙы: тамашасыларҙы берсә көлдөрөп, берсә тын алырға ла оноттороп, моң донъяһына сумдырҙылар улар был кисте. Ә “Һылыу ҡыҙҙар” башҡорт халыҡ йырын а-капелла башҡарыуҙарын, бер мин генә түгел, һәр кем таң ҡалып тыңлағандыр. Ошо бер генә йыр ҙа уларҙың маһир башҡарыусы икәндәрен, ансамблдең ысын мәғәнәһендә талантлы йырсыларҙан тороуын, әҙерлек кимәлдәренең юғары булыуын, 15 йыл буйы сәхнәнән төшмәй, халыҡ һөйөүен юҡҡа ғына яуламауын иҫбатлай.
“Шатлыҡ”тар беҙҙе артабан да гел шатландырып торһондар, яңы ижади үрҙәр яулаһындар, йырҙары менән күңелдәрҙе йыуатһындар!
(Архивтан)
Читайте нас: