Ауыл уттары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
25 Декабрь 2019, 19:00
Шыршы байрамдарына Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу тураһында шиғырҙар!
Һеҙҙең иғтибарға кескәйҙәргә шыршы байрамдарында ятларға Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу тураһында шиғырҙар тәҡдим итәбеҙ.
БЕҘҘЕҢ БАБАЙ
Ҡыш бабай, йәшел санаға
Пар аттар егеп,
Буран туҙҙырып далала,
Әй, килә елеп.
Башында осло аҡ бүрек,
Өҫтөндә аҡ тун,
Ауыҙ йырып килә көлөп,
Күңелле ҡарт ул!
Йәшел санаға һалған ул
Уйынсыҡ аттар,
Алма, туп, маймыл, күбәләк,
Ҡаҙ, самолёттар...
Ҡуяндар аптырап ҡала,
Юлдарға сығып:
- Ҡайҙа бара һуң Ҡыш бабай,
Шул һынлы сабып?
(Б.Бикбай)
ҠАРҺЫЛЫУ
Нәҡ Ағиҙел боҙо һымаҡ,
Зәп-зәңгәр минең күҙҙәр.
Толомдарым ебәк төҫлө,
Мине Ҡарһылыу тиҙәр.
Керпектәремә ҡуна ла
Йылмая аҡ йондоҙҙар.
Мине ҡәрҙәшендәй тоя
Бар малайҙар, бар ҡыҙҙар.
Хатта уҫал кейектәр ҙә
Яҡын дуҫы күрәләр.
Һәр көн улар, сәләм биреп,
Минең янға киләләр.
- Ҡарһылыуым, - тип Ҡыш бабай
Үҙемде бик ярата,
Минең менән йыуана ла Һағышын да тарата.
Үҙемде бик ярата.
(А.Игебаев)
ҠЫШ БАБАЙ
Минең олатайға оҡшаш
Тағы ла бар бер бабай.
Тик уны мин һирәк күрәм,
Эштәре түгел ябай.
Яңы йылда ғына килә,
Һалҡынды бик ярата.
Үҙе бик ҡалын кейенә,
Шуныһы аптырата.
Бүләк өләшә башлаһа,
Һәр кемгә тигеҙ бүлә.
Ҡайҙандыр беҙҙең исемде,
Фамилияны ла белә.
Йылына бер килһә лә ул,
Йомарт бабай бик яҡын.
Унан йылы нур бөркөлә,
Тик ниңә һуң ҡыш һалҡын?
(Л.Абдуллина)
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?