Байрамды ойоштороусылар Балалар ижады йортона кергәс тә бәләкәй ҡунаҡтарға һәм уларҙың ата-әсәләренә Яңы йыл кәйефе бирер өсөн ныҡ тырышҡандар: һәр кемде Яңы йыл менән ҡотлап, йылмайып ҡаршы алдылар, фото төшөү өсөн тематик зона булдырылған, сәхнә әкиәттәге өй кеүек биҙәлгән, ә шыршыҡай-ҡупшыҡай – күҙҙең яуын алырҙай ине!
Байрам район хакимиәте башлығы И. Л. Фәтҡуллиндың ҡотлауынан башланып китте. Илгиз Лирман улы балаларҙы Яңы йыл менән ҡотлап, барлыҡ теләктәре тормошҡа ашыуҙарын теләне һәм бүләктәр – йомшаҡ уйынсыҡ менән тәм-том менән тулы ҡапсыҡтар тапшырҙы.
Артабан Яңы йыл тамашаһы башланды. Ҡыҙыҡлы персонаждар, сағыу кейемдәр балаларҙың бар иғтибарын яуланы. Улар күмәкләп шыршы тирәләй йырлап-бейеп өйрөлдөләр, йомаҡтарға яуап бирҙеләр, уйындарҙа ҡатнаштылар, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуға шиғыр һөйләп, һәләттәрен күрһәттеләр – тик тормаҫ, әүҙем, тапҡыр, көләс балаларға ҡарап күпме ыңғай кисерештәр, көс-дәрт алынды!
Мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн үткәрелгән ошо шыршы байрамы донъяла тылсым һәм мөғжизә барлығына инандырҙы. Ул тылсым өлкәндәрҙә – һәр баланы йылмайтып, бәхетле итә белеүҙә. Ошо һәләтте ҡулланып, үҙенсәлекле балалар өсөн ойошторолған байрам күңелдәрҙә оҙаҡҡа ҡалыр.