Ауыл уттары
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
31 Декабрь 2019, 13:00

“Ҡыш бабайҙың тылсымлы циркы ”

Тап ошолай аталды республика шыршыһына саҡырылған балалар өсөн күрһәтелгән тамаша.2019 йыл тамалана, календарь уның һуңғы көндәрен һанай. Тиҙҙән Кремлдең куранттар тауышы барлыҡ Рәсәй халҡына Яңы 2020 йыл етеүе хаҡында белдерәсәк. Донъя ылыҫ еҫенә һәм гирляндаларҙың сағыу төҫөнә күмелгән. Был ҡотлауҙар, яҡшы өмөттәр, бәхет-шатлыҡтар көтөү мәле.

Балалар, ейән-ейәнсәрҙәр, уҡыусылар туйғанса күңел асырға, урамдан ҡайтмай сана-саңғы шыуырға мөмкинлек биргән ҡышҡы каникулды түҙемһеҙлек менән көтә.
Ә әлегә мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында Яңы йыл маскарадтары үтә. Үткән шәмбелә республиканың төп Яңы йыл шоуынан беҙҙең район балалары ла ҡайтты. Шыршы байрамы “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үтте. Байрамға Башҡортостандың төрлө мөйөштәренән бөтәһе 780 ҡыҙ һәм малай саҡырылды. Улар иҫәбендә – уҡыу алдынғылары, олимпиада һәм ярыштар еңеүселәре, конкурстар һәм фестивалдәр лауреаттары, күп балалы һәм әҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән балалар, мөмкинлектәре сикләнгән балалар, “ҡыҙыу нөктәләрҙә” ата-әсәһе һәләк булған балалар.
Яңы йыл тамашаһында беҙҙең райондан Йомағужа урта мәктәбе, Башҡорт гимназияһы, Йылайыр урта мәктәбе һәм коррекция мәктәп-интернаты уҡыусылары ла ҡатнашты. Улар барыһы ла шыршы байрамына барыуға хоҡуҡты үҙ хеҙмәттәре – яҡшы уҡыуҙары, конкурстарҙа һәм ярыштарҙа ҡатнашыуҙары һәм еңеүҙәре менән яуланы.
Мораҙым Иҫәнбаев – уҡыу отличнигы, төрлө конкурстарҙа еңеүсе булған, призлы урындар яулаған, тикшеренеү эшмәкәрлеге менән ҡыҙыҡһына. Шәүрә Аҡҡужина ла шулай уҡ уҡыу алдынғыһы, олимпиадаларҙа, “Киләсәк кешеһе: проблемалар һәм перспективалар” Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһында ҡатнашҡан, еңеүсе булған. Ульяна Воронова ла тик яҡшы билдәләргә уҡый, төрлө олимпиадаларға, “Мин – тикшеренеүсе” республика конкурсында, “Конкурстар донъяһы” халыҡ-ара конкурсында еңеүсе. Александр Павлов та уҡыу алдынғыһы, спорт менән ҡыҙыҡһына: шахмат буйынса район турниры еңеүсеһе, өҫтәл теннисы буйынса район-ара беренселектә еңеүсеһе.
Бына шундай һәләтәле балалар уҡый беҙҙең мәктәптәрҙә.
Яңы йыл тамашаһында ҡатнашҡан балаларҙы “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһында урынлаштырғандар. Бында уларҙы яҡшы ҡаршы алғандар, тәмле ашатҡандар, ял итеү программаһы ойошторғандар. Тап ошонда беҙҙең балалар яңы дуҫтар тапҡан.
Иртәгеһенә уҡыусылар “Башҡортостан” дәүләт концерт залында Яңы йыл һылыуҡайы – шыршы янында йыйылғандар. Республика шыршыһына саҡырылғандар алдында Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ф. М. Йәғәфәров сығыш яһаған, балаларҙы байрам менән ҡотлап, киләһе йыл бөтәһе өсөн дә мөмкинлектәр йылы булыуын теләгән.
Тамаша башланыр алдынан балалар концерт залының фойеһында күңел асҡандар. Улар өсөн фото төшөргә зона эшләнгшән, оҫталыҡ дәрестәре ойошторолған.
Ә Яңы йыл тамашаһы ваҡытында сәхнәлә сыр яһаусы ике сысҡан балаһы тураһында әҫәр ҡуйылған. Сысҡан балаларының циркта эшләргә хыялдары бар икән, һәм улар был теләктәрен тормошҡа ашырыу өсөн Ҡыш бабайҙан ярҙам һорайҙар.
Күңелле уйындар, сағыу декорациялар, ЗD проекцияла Яңы йыл тамашаһы күрһәтеү, бүләктәр – былар барыһы балаларға онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Билдәле булыуынса, Яңы йыл бүләктәрһеҙ булмай. Республиканың төп шыршы байрамында ҡатнашыусылар ҙа бүләктәр алды: йомшаҡ уйынсыҡ, тәмлекәстәр һәм китап.
Алда – Яңы йыл төнө, оҙон каникул көтә балаларҙы. Күңелле үтһен ул!
Читайте нас: