Ауыл уттары
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
9 Ғинуар 2020, 16:55

Һырғалаҡ сыныҡтыра, дуҫлаштыра!

Ҡашҡар ауыл биләмәһе хакимиәте биргән мәғлүмәттәргә ҡарағанда. Ҡашҡарҙар Яңы йыл каникулын файҙалы үткәргән.

Мәҫәлән, ҡышҡы каникулдың бер көнөндә ауыл хакимиәте, мәктәп, "Миләш" балалар баҡсаһы коллективтары, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ауыл ағинәйҙәре менән берлектә, ауыл традицияһына әйләнгән "һырғалаҡ" байрамы ойошторолған. Был көндө Аҡташ тауы шат балалар тауышынан гөрләп торҙо, тиҙәр ҡашҡарҙар.
Байрамға йыйылыусыларҙы ауыл хакимиәте башлығы Зөһрә Рәфҡәт ҡыҙы, мәктәп мөдире Илфат Сәмиғулла улы, район мәғариф бүлеге начальнигы Гөлсәсәк Хәсән ҡыҙы, ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Фәрзәнә Һибәтулла ҡыҙы ҡотланы. Был көндө олоһо ла, кесеһе лә, биттәр ал булғансы тауҙан сана шыуҙы. Байрамда ҡатнашыусыларҙың иң өлкәненә 81 йәш булһа, иң кеселәренә бер йәш ине. Рәхәтләнеп сана шыуып, ялға туҡтаған балаларҙы ағинәйҙәр көсө менән әҙерләнгән ҡайнар самауыр сәйе, һый менән тулы өҫтәл көтә ине. Тәмлекәстәр, шифалы үлән сәйҙәре эсеп алғас, Аҡташ тауы итәге йәнә шат балалар тауышынан кискә тиклем тынманы.
Байрамда ҡатнашыусыларҙың, ойоштороусыларҙың барыһына ла рәхмәт. Эшегеҙҙә уңыштар, ғаилә именлеге, иҫәнлек, һаулыҡ теләп ҡалабыҙ.
Читайте нас: