Ауыл уттары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
17 Ғинуар 2020, 16:35

Яңы иҫтәлекле дата булдырыла

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 30 ғинуарҙа уҙасаҡ пленар ултырышында республика парламенты депутаттары байрам һәм иҫтәлекле көндәр тураһындағы урындағы законға төҙәтмә индерергә ниәтләй. Һүҙ йыл 112-се Башҡорт атлы дивизияһы көнөн билдәләү хаҡында. Иҫтәлекле дата итеп 13 ноябрь һайланған.

Ни өсөн тап ошо көн һайланғанмы? Сөнки 1941 йылдың тап 13 ноябрендә СССР-ҙың Дәүләт оборона комитеты милли ғәскәрҙәр берләшмәләрен ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул иткән. Шуның нигеҙендә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ла булдырылған.
Дивизияның 3 860 яугире орден-миҙалдар менән бүләкләнгән, шул иҫәптән 78-е — Советтар Союзы Геройҙары, ә бишәүһе — Дан орденының тулы кавалерҙары.
Закон проектын әҙерләү барышында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы көнөн иҫтәлекле дата ғына түгел, ә байрам көнө итеү буйынса ла тәҡдимдәр яңғыраған. Ләкин республикала былай ҙа Рәсәйгә ҡарағанда өс ял көнөнә күберәк. Улар – Ҡорбан, Ураҙа байрамдары һәм Республика көнө. Шуға күрә Башҡорт атлы дивизияһы көнөн иҫтәлекле көн тип билдәләргә хәл ителгән. Әйткәндәй, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы көнө һәм Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнө лә ошондай уҡ статусҡа эйә.
Дөйөм алғанда, Башҡортостанда бөтәһе алты иҫтәлекле көн бар. Яңыһы менән улар етәү буласаҡ.
Былтыр дивизияның беренсе командиры хөрмәтенә республикала генерал Шайморатов ордены булдырылды. Уҙған йылдың декабрендә Дәүләт Йыйылышы депутаттары тейешле закон ҡабул итте.
Читайте нас: