– Һаумы, Айгүзәл! Башта үҙең менән таныштырып китһәң ине: ҡайҙа тыуып үҫтең, ниндәй мәктәпте тамаланың, тигәндәй...
– Мин Ашҡаҙар ауылынан булам. 4-се класҡа тиклем үҙебеҙҙең ауылда, шунан Һабыр урта мәктәбендә уҡыным.
– Әлеге ваҡытта ҡайҙа уҡып йөрөйһөң?
– Башҡорт дәүләт аграр университетының агротехнология һәм урман хужалығы факультетында, беренсе курста.
– Ә ни өсөн тап аграр университетты, агротехнология һәм урман хужалығы йүнәлешен һайларға булдың?
– Әсәйем менән атайым, төрлө гранттар алып, фермерлыҡ эшен асып ебәргәс, мин дә уларҙың юлын дауам итергә булдым.
– Киләсәктә үҙеңде ошо һөнәр кешеһе итеп күҙ алдына килтерәһеңме?
– Әлбиттә. Минең буласаҡ һөнәрем урман-ер менән тығыҙ бәйләнгән. Һәм мин, ауыл балаһы булараҡ, быларға тик яҡшы яҡтан ғына ҡарайым.
– Сер түгел, һөнәр һайлағанда яҡындарҙың фекере беҙҙең өсөн ҙур роль уйнай. Тап ошо һөнәрҙе һайлауыңа ата-әсәйең нисек ҡараны?
– Атайым да, әсәйем дә, ауыл хужалығында эшләгән кешеләр булараҡ, ҡыуандылар ғына. Әле лә һәр ваҡыт мине ҡеүәтләп ,өйрәтеп кенә торалар.
Ғаиләлә ике балабыҙ – ҡустым һәм мин. Атай менән әсәй һәр ваҡыт беҙҙе эшкә өйрәтеп, киләсәккә ҡурҡмай, ышаныс менән атларға өйрәтеп-өндәп торалар. Шуға күрә киләсәктә ауыл хужалығы тармағында эшләү минең өсөн һис тә ҡурҡыныс булып күренмәй.
– Ҡалаға барғас та иң беренсе ниндәй тойғолар кисерҙең? Өйҙө, туғандарыңды һағындырмаймы?
– Эйе, башта ныҡ һағындырҙы, өйрәнә алмай йонсоном. Бер әҙерәк ваҡыт үткәс, ҙур ҡалала йәшәү хатта оҡшай башланы.
– Төпкөл ауыл мәктәбенән һуң ҙур уҡыу йортона нисек өйрәнеп киттең? Ауырлыҡтар тыуманымы?
– Өйрәнеүе, әлбиттә, ауыр булды. Сөнки был – ауыл мәктәбе түгел, ә ҙур уҡыу йорто. Бөтөнләй икенсе мөхит.
– Юғары уҡыу йортонда нимә аптыратты, берәй яңы асыш булдымы һинең өсөн?
– Юҡ. Мин аграр университет тураһында күп мәҡәләләр уҡып, видеояҙмалар ҡарап, алдан танышып, әҙер барҙым.
– Тәүге сессия нисек үтте?
– Тәүге сессиямды, Аллаға шөкөр, тик "5"-ле билдәләренә генә яптым.
– Эйе, оҡшай. Барыһы менән дә танышып, дуҫлашып бөттөм тиһәм, берҙә яңылыш булмаҫ.
– Бәлки студент тормошонан берәй ҡыҙыҡлы хәлдәр иҫеңә төшөр?
– Студент булып китеүемә яңы ғына бит әле. Ҡыҙыҡлы хәлдәр алда әҙ булмаҫ, моғайын. Ғөмүмән, студент тормошо – үҙе бер ҡыҙыҡ мәл инде. Көн һайын яңы асыштар, танышыуҙар булып тора.
– Уҡыуҙан тыш нимәләр менән шөғөлләнәһең?
– Мин үҙемде һәр яҡтан күрһәтергә тырышам, һәм төрлө эштәрҙә ҡатнашып барам. Беренсенән, башҡорт вокал студияһына йөрөйөм. Миңә бик оҡшай. Беҙ бер ҙур татыу ғаилә кеүек. Икенсенән, волонтёрлыҡ эшен алып барам. Беҙҙе төрлө сараларға алып йөрөйҙәр, һуңынан беҙгә грамоталар, бүләктәр тапшыралар. Тағы ла мин үҙемде модель булараҡ та һынап ҡараным. "Башҡорт дәүләт аграр университетының моделдәре" төркөмөнә инеп, төрлө байрамдарҙа ҡатнашам.
– Әлеге көндә БДИ-ға әҙерләнеүселәргә нимә әйтер инең, нимә теләр инең?
– БДИ – ул уйын түгел. Беҙ ҙә былтыр шаярып, илке-һалҡы ғына әҙерләнеп йөрөнөк, һәм был кемделер үҙе теләгән уҡыу йортона инеүҙән мәхрүм итте. Шуға күрә, ныҡлап әҙерләнергә, уҡытыусы биргән эштәрҙе ваҡытында эшләп, ятлап барырға кәрәк.
– Шулай уҡ БДИ-ға әҙерләнеүселәрҙең ата-әсәһенә, уҡытыусыларға нимә әйтер инең?
– Уҡытыусылар тик беҙҙең өсөн генә йөрөйҙәр, шуны оноторға ярамай. Һәр ваҡыт еренә еткереп аңлатырға, өйрәтергә тырышалар. Мин үҙемдең уҡытыусыларыма сикһеҙ рәхмәтлемен, уларға эштәрендә уңыштар, һаулыҡ теләйем!
Ә инде ата-әсәйҙәргә бигерәк тә ҙур рәхмәт. Һәр ваҡыт яныбыҙҙа беҙҙе тынысландырып, көс биреп, изге теләктәрен генә теләп торҙолар. Башҡа балаларҙың да әсәйҙәре шулайҙыр тием, шуға ата-әсәйҙәргә ҙур рәхмәт, уларға түҙемлек, сабырлыҡ ҡына теләйем.
– Әңгәмә өсөн рәхмәт, Айгүзәл! Уңыштар һиңә!
– Сәләм, Самат! Танышып китәйек: ҡайҙан булаһың, ниндәй мәктәпте тамамланың?
– Мин Йылайырҙа тыуып үҫтем, башҡорт гимназияһында белем алдым, уны 2019 йылда уны тамамлап, Башҡорт дәүләт аграр университетының ландшафт архитектураһы факультетына уҡырға индем.
– Ни өсөн нәҡ ошо һөнәргә уҡырға булдың?
– Һайлаған һөнәрем оҡшай, тыуған Башҡортостаныбыҙҙы матурайтыу өҫтөндә эшләйәсәкмен.
– Ата-әсәйең нисек ҡараны һуң ошо һөнәрҙе һайлауыңа?
– Бер ҙә ҡаршы булманылар, был бит үҙенә күрә яңы һөнәр.
– Ландшафт архитекторына уҡыр өсөн ниндәй фәндәрҙән имтихан бирҙең?
– БДИ-ны мин химия, биология һәм профилле математика буйынса бирҙем. Сығарылыш класс уҡыусыларына шуны әйтер инем: имтихан биргәндә мотлаҡ профилле математиканы һайлағыҙ. Математиканы ышаныслы белһәгеҙ, был фән менән юғары уҡыу йортона инеп китеү еңелерәк.
– Яңы ергә нисек өйрәнеп киттең? Өйҙә һағындырманымы?
– Уҡыу йортона, ятаҡҡа өйрәнеү ҡыйын булманы, ләкин атай-әсәйҙе тәүҙәрәк һағындырҙы инде. Ашарға бешереү әле лә бигүк килеп сыҡмай.
– Тәүге сессияны ниндәй билдәләргә тапшырҙың?
– Сессияны өсһөҙ яптым, тырыштым инде, ауыр булды. Төплө белем биргәндәре өсөн гимназияла уҡытҡан уҡытыусыларыма ҙур рәхмәт!
– Уҡыуҙан тыш нимәләр менән шөғөлләнәһең?
– Уҡыуҙан бушаған арала бейеүгә йөрөйөм, университеттың төп бейеү ансамблендә бейейем. Бының өсөн бейеү буйынса тәүге етәкселәрем Урал Мөхәмәт улы менән Мәрйәм Йәғәфәр ҡыҙы Боҫҡоновтарға рәхмәтлемен. Шулай уҡ студсоветта эшләйем, төрлө кешеләр менән аралашыу оҡшай.
– БДИ тапшырасаҡ уҡыусыларға, уларҙың ата-әсәләренә нимә теләр инең?
– БДИ бирәсәк уҡыусыларға шундай кәңәштәрем: ниндәй фәндән имтихан тапшырасаҡтарын алдан уҡ яҡшылап уйлаһындар һәм ныҡлап әҙерләнһендәр. Ата-әсәйҙәр балаларына бар яҡлап ярҙам итһендәр, әрләмәһендәр, еңел булмаған осорҙа һәр саҡ терәк булып торһондар.
– Ҙур рәхмәт, Самат! Уҡыуыңда уңыштар теләйбеҙ!