Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
11 Февраль 2020, 14:10

Ҡәҙерле дуҫтар! Ғашиҡтар көнө етеп килә...

Беҙҙә Изге Валентин көнөнә, әлбиттә, ҡараштар төрлөсә. 90-сы йылдарҙа йәшәйешебеҙгә килеп ингән байрамды Рәсәйҙең оло быуын кешеләренең күпселеге ҡабул итмәй.

Йылдар уҙған һайын байрамды тынысыраҡ ҡабул итәбеҙ кеүек. Ғашиҡтар көнөнөң мөһимлеге беҙҙең илдә тик йәштәргә генә ҡайтып ҡала. Уларға хистәрҙе белдереү өсөн уңайлы был көн. Шулай ҙа ғаилә ҡорған ир менән ҡатын араһында ла бер-береһенә ҡарата иғтибарлылыҡты арттырған, бүләк йәки көтөлмәгән сюрприз әҙерләгән парҙар юҡ түгел.
Мөхәббәтте нисек теләйһең, шулай аңлатырға була. Уны һүҙ менән ябай итеп әйтһәң дә, төрлө ысул ярҙамында аңлатһаң да, асылы бер үк. Иң мөһиме, ҡоро һүҙҙәр булмаһын! Күберәк яратығыҙ һәм яратылып йәшәргә яҙһын барыбыҙға ла!.
Ғашиҡтар көнөнә бүләк алғанығыҙ бармы? Иң үҙенсәлекле бүләк ниндәй тип уйлайһығыҙ? Һөйгәнегеҙгә ниндәй бүләк әҙерләйһегеҙ? Бына ошондай блиц-һорауҙарға яуаптар көтөп ҡалабыҙ.
Читайте нас: