Ауыл уттары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
25 Февраль 2020, 16:55

БӨТӘ ДОНЪЯ ФОЛЬКЛОРИАДАҺЫНА ӘҘЕРЛӘНӘБЕҘ

Билдәле булыуынса, Башҡортостан Республикаһы 2020 йылда халыҡ-ара традицион мәҙәниәт фестивале – Бөтә донъя фольклориадаһын уҙғарыу хоҡуғы алды. Тимәк, 2020 йылдың йәйендә беҙҙең республика ике аҙнаға уникаль театрлаштырылған майҙансыҡҡа әүереләсәк: 80-дән ашыу илдән меңәрләгән кешеләр республика, Рәсәй йәшәүселәренә үҙҙәренең милли костюмдарын, йолаларын, музыкаль инструменттарын, йыр-бейеүҙәрен, кәсептәрен, аш-һыуҙарын күрһәтәсәк. Был ҙур саранан Йылайыр районы ла ситтә тороп ҡалмаясаҡ.

Бөтә донъя фолклориадаһы тәүге тапҡыр Нидерладта 1996 йылда ойошторола һәм шунан һуң дүрт йылға бер тапҡыр үткәрелеп килә. Уның төп маҡсаты – заманса формала кешелектең традицион мәҙәниәтенең бар төрлөлөгөн күрһәтергә, мәҙәни мираҫты һаҡлап ҡалырға һәм халыҡтарҙы ошо йәһәттән берләштерергә.
Үрҙә әйтеп үткәнемсә, Бөтә донъя фольклориадаһында Йылайыр районы ла ҡатнашасаҡ: фестиваль сиктәрендә Башҡортостан райондары, бер нисә фестиваль округына бүленеп, бер көнгә сит ил ҡунаҡтарын үҙендә ҡабул итәсәк.
Үткән йылдың декабрь айында 2020 йылдың Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерләнеү һәм уны үткәреү буйынса дирекция етәксеһе урынбаҫары Зарина Хәсәнова етәкселегендә бер төркөм белгестәрҙән торған комиссия беҙҙең районда ла булып китте. Комиссия ағзалары район хакимиәте башлығы урынбаҫары А. В. Коротков, район мәҙәниәт бүлеге начальнигы А.А.Сухов, мәғариф бүлеге начальнигы Г.Х.Айытҡолова, район хакимиәтенең финанс идаралығы вәкилдәре, предприятиелар һәм учреждениелар етәкселәре менән кәңәшмә ойошторҙо. Унда һүҙ күләмле фестивалде нисек үткәреү тураһында барҙы. Ҡунаҡтарҙы ашатыу, сарала ҡатнашыусыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, фестивалде үткәреү ваҡыты һәм тәртибе кеүек мәсьәләләргә айырыуса ҙур иғтибар бирелде.
Кәңәшмәнән һуң комиссия ағзалары район үҙәгенең инфраструктураһы менән танышты. Буласаҡ сәхнә, күргәҙмәләр, майҙансыҡтар урындары билдәләнде.
Бөтә донъя фольклориадаһы – ул бер-беребеҙҙең ҡаҙаныштары менән таныштыра, рухи һәм мәҙәни йолаларҙың үҙенсәлекле, күркәм һәм бай булыуын асыҡлай, милләттәрҙе яҡынайта, мәҙәни тормошто байыта торған сара. Башҡортостан ошо яуаплы бурысты, һис шикһеҙ, юғары кимәлдә атҡарып сығасаҡ, һәм бында йылайырҙарҙың да ҙур өлөшө буласаҡ.
Читайте нас: