Ауыл уттары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
1 Май 2020, 00:40

Беренсе май байрамын билдәләйәсәкбеҙ!

Быйыл профсоюздарҙың Беренсе май акцияһы Берҙәм Интернет-акция формаһында уҙасаҡ.

Уның маҡсаты төрлө өлкәлә тир түккән хеҙмәткәрҙәрҙең түбәнге социаль-хеҙмәт өлкәһендәге проблемаларына йәмғиәттең иғтибарын йәлеп итеү: - эшләүселәр араһындағы аҡсаһыҙлыҡ, эш хаҡын ғәҙел түләмәү, эш һөҙөмтәһенә тейешенсә баһаламау, хеҙмәткәрҙәрҙең ҡайҙа эшләүҙәренә һәм эш төрҙәренә ҡарамай хоҡуҡтарын боҙоу
- мотлаҡ социаль страховкалау ҡарамағында булып та социаль һаҡлауҙың кимәле түбән төшөү;
- халыҡ килеменең түбәнәйеүе, киң ҡулланылышлы тауарҙарға хаҡ артыу, COVID-2019 пандемияһы һәм иҡтисади проблемалар арҡаһында йәмғиәттәге ғәҙәти социаль бәйләнештәрҙең боҙолоуы.
Был мәсьәләләргә туранан-тура ҡағылыштары булғандар #СОЛИДАРНОСТЬсильнееЗАРАЗЫ #1мая #профсоюз #ФНПР хэштегтары аҫтында социаль селтәрҙәрҙә үҙ ҡараштарын белдереп яҙасаҡтар.
Шулай уҡ Башҡортостандың Профсоюздар Федерацияһының рәсми сайтында Беренсе май резолюцияһына тауыш биреү ҙә ҡаралған.
1-се май иртәнге сәғәт унда (Мәскәү ваҡыты) Рәсәйҙең Үҙаллы Профсоюздар Федерацияһы рәйесе М. В. Шмаков YouTube каналы аша халыҡҡа мөрәжәғәт итәсәк.
Читайте нас: