Ауыл уттары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
3 Март 2021, 18:20

Һөйөү мәңгелек

Һабыр ауылы мәҙәниәт йортонда үҙҙәренең ғүмер байрамдарын билдәләгән юбилярҙарҙы тәбрикләнеләр.

Бер-береһен ихтирам иткән, һөйгән, ауырлыҡтарҙы еңеп сыҡҡан, бер-береһенә кәрәк булып йәшәгән, булғанына шөкөр итеп, мөхәббәт хистәрен һүндермәй йәшәгән ғаиләләр ғүмерҙәренең ынйы, яҡут, алтын көҙөнә аяҡ баҫа. Тормоштарынан ҡәнәғәт булып йәшәйҙәр. 30 йыл бергә иңгә-иң терәп йәшәүсе Фәрит һәм Таңһылыу Ҡужабәковтар ғаиләһен, 40 йыл тормош юлын бергә атлаусы Мөнир һәм Гөлшат Ғәлиевтәр, 50 йыл бергә ғүмер кисереүсе Данир һәм Әминә Түләшевтәрҙең ғаиләләре йәмләне беҙҙең кисәбеҙҙе. Был ғаиләләргә һоҡланырлыҡ. Уларҙың ҡыуанысын бүлешергә балалары, туғандары, дуҫтары ла килгән ине. Ҡунаҡтар араһында Азат һәм Земфира Билаловтар, Эльмира Юламанова, Илнур һәм Люциә Йәрмөхәмәтовтар булды һәм улар юбилярҙарға моңло йырҙар бүләк итте.
Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илшат Сәғәҙей улы Солтанов:
– Бөгөнгө юбилейҙарығыҙ – ул ябай ғына көн түгел! Ул – киләсәккә ҙур аҙым, яңы ҡаҙаныштар, уңыштар һәм юғары үрҙәр яулауға әҙерлекте аңлата. Берәүҙәрегеҙгә – 30, икенселәрегеҙгә – 40, өсөнсөләрегеҙгә – 50! Хөрмәтле ауылдаштар, күпме генә булһа ла, күңелегеҙҙә 18 булһын! Дәртегеҙ, һаулығығыҙ артып, ҡыуаныс-бәхетегеҙ ташып торһон, – тигән теләктәр юллап, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Бындай матур кисәнән барыбыҙ ҙа ыңғай тәьҫораттар менән, рәхәтләнеп ял итеп, йәшәүгә тағы ла көс-дарман алып таралыштыҡ.
Гөлемеш ТУҠТАМЫШЕВА.
Читайте нас: