Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
5 Март 2021, 18:40

Гимназия һылыуҡайы асыҡланды

Ҡайҙа иң һылыу ҡыҙҙар уҡый? Билдәле, һәр кем үҙ мәктәбен атар, бына беҙҙекеләр шәп тийәсәк. Шулай ҙа, шәптәр араһында ла иң шәбе була, шуны билдәләр өсөн Йылайырҙағы Ш.Бабич исемендәге гимназия “Һылыуҡай-2021" конкурсы үткәрҙе.

Сара туған телде, милли йолаларҙы, традицияларҙы, башҡорт ҡыҙҙары матурлығын пропагандалау, йәштәрҙе төрлө ижади эшмәкәрлеккә йәлеп итеү маҡсатындаойошторолдо.
Матур сара – һылыуҡай конкурсы 8 март байрамына арналды. ? ҡыҙ ҡатнашты бында, барыһы ла ҡашыҡҡа һалып йоторлоҡ матур, үҙҙәре уңғандар талантлы. Бейеү-йыр, шиғыр һөйләүҙә уларға тиңдәр юҡтыр!
Тамаша матур булды. Бәйге булғас урындар ҙа билдәләнә, барыһы ла һыу һөлөгө һымаҡ булһалар ҙа, кемгәлер Гран-при, беренсе урын бирер кәрәк. Шулай итеп, башҡаларҙан һөйкөмлөлөгө менән айырылған, оҫта йырлаған Айзилә Солтанова Гран-при яулауға иреште.
Ҡотлайбыҙ!
Читайте нас: