Ауыл уттары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
12 Март 2021, 11:07

Эх һеҙ, дәртле ҡыҙҙар

Байғужа ауылы клубында Ғәле, Бикйән, Байғужа ауылдарының гүзәл заттары өсөн бик күңелле сара үткәрелде

Халыҡ-ара ҡытын ҡыҙҙар көнөнә ҡарата Байғужа ауылы клубында Ғәле, Бикйән, Байғужа ауылдарының гүзәл заттары өсөн КВН үткәрелде.
Ауыл китапханаһы мөдире Дамир Дәүләткилде улы Солтанов, ауылдың старостаһы Вәкил Сәлихйән улы Батисов, шулай уҡ ир-егеттәр араһында актив булған Фәтих Ҡыуандыҡов был сараны бик матур ойошторҙолар. Үрге Ғәле ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Юнир Әбдрәхим улы Таһиров, шулай уҡ район Советы депутаты Венер Юлай улы Тусалин, гүзәл заттарҙы 8 март байрамы менән ҡотлап изге теләктәрен еткерҙе һәм һәр ҡатын-ҡыҙға сәскәләр бүләк итеп ҡыуандырҙы.
Ауылдарҙан килгән ҡатын-ҡыҙҙар, командалары күп төрлө уйындар уйнаны, викторина һорауҙарына яуап бирҙе, гүзәл заттарға арналған йырҙар башҡарҙы, бер хәрефтән башланған һүҙҙәрҙән хикәйәләр төҙөнө һәм башҡа ҡыҙыҡлы ярыштарҙа ҡатнашып, байрам кәйефе алдылар. Уйын бик көсөргәнешле барҙы, әммә ҡыҙҙар бер ҙә һынатмай, рәхәтләнеп күңел асты. Жюри составында булған Миңһылыу Солтанова менән Гөлйемеш Игебаева командаларға бик ғәҙел баһа бирҙе. Уйын булғас, еңеүселәр ҙә, еңелеүселәрҙә булырға тейеш ине, әммә һәр ваҡыттағыса, дуҫлыҡ еңде. Күңелле йыр-бейеүҙәр, сәмле уйындар менән оҙатылып килгән матур кисә байрам табыны менән тамамланды. Сарала ҡатнашыусы гүзәл заттар бындай оло ихтирамға ҡыуанып, тағы ла дәрт, илһам алып, арығансы бейеп байрамды ойошторған ир-егеттәргә рәхмәт әйтеп таралышты.
Читайте нас: