Ауыл уттары
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
13 Март 2021, 11:17

Ҡышты оҙатыу йәки Масленица — славян халыҡтарының борондан билдәләнеп килгән байрамы

Был йола ете көн дауамында үткәрелгән, тәбиғәт көстәренә, йыл миҙгелдәренә табыныу, уларҙың күңелен күрергә тырышыу менән бәйле булған.

Районыбыҙҙа ла һуңғы йылдарҙа Масленица байрамы киң билдәләнә. Бөгөн Йылайыр халҡы өсөн ҡышты оҙатыу һәм яҙҙы ҡаршы алыу байрамы бик күңелле бара. Байрамда халыҡ күп кенә йыйылды. Халыҡ Ҡышты оҙатып Яҙһылыуҙы ҡаршы алырга әҙҽр. Улар әүҙемлек, етеҙлек, отҡорлоҡ күрһәтеп, сараның төрлө уйындарында ҡатнашып, йырлап-бейеп күңел аса. Масленица байрамы табынының төп атрибуты, әлбиттә, ҡоймаҡ. Сарала ҡатнашыусыларҙың олоһо ла, кесеһе лә, ашнаҡсылар бешергән тәмле ҡоймаҡтар менән һыйланасаҡ.
Читайте нас: