Ауыл уттары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
17 Март 2021, 21:15

Пар һуҡмаҡтан - алтын туйға!

Бөгөн район хакимиәте башлығы Борис Николаевич Мелкоедов Ҡашҡар ауылында йәшәгән алтын юбилярҙар – Юлгилдиндарҙы ҡотланы!Алтын юбилейын билдәләгән Яңыбай Ҡасим улы менән Зөбилә Бәҙретдин ҡыҙы бәхетле ғүмер кисерә. Уларҙың ҡотло йорттары ауылға йәм өҫтәп ултыра.

Яңыбай Ҡасим улы менән Зөбилә Бәҙретдин ҡыҙы 50 йыл бергә ғүмер итә. Улар биш балаға ғүмер бүләк итеп, оло тормош юлына сығарған. Хаҡлы ялда булған юбилярҙар мал көтә, баҡса үҫтерә, ҡош-ҡорт аҫрай.
Ауылдаштарын юбилейҙары менән ҡотларға биләмә башлығы Зөһрә Рәфҡәт ҡыҙы Зәйнуллина, белгес Флүзә Моратова, ветерандар советы рәйесе Әлфиә Теләүсиналар ҙа ҡотланы.
Г.Таһирова фотоһы.
Читайте нас: