Ауыл уттары
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
23 Февраль , 17:45

Байрам табынына тултырылған ҡаҙ

Эслеккә алма һәм ҡара емеш, үҙегеҙ теләгән башҡа эслек алырға була.

Байрам табынына тултырылған ҡаҙ
Байрам табынына тултырылған ҡаҙ

 Бер биҙрә һыуға 1 кг тоҙ, 8-10 ҡара борос, 4-5 лавр япрағы, 1-2 баш һарымһаҡ алына. Ҡаҙ яңы һуйылған йә туңдырылған булһа ла ярай. Һыу йылымса булырға тейеш. Ҡаҙҙы  һыуҙа кәмендә 12-14 сәғәт тоторға кәрәк. Ул тулыһынса һыуға күмелеп торорға тейеш. Һыуҙан алғас, таҙа сепрәк менән һөртөп ҡоротабыҙ. Эслеккә алма һәм ҡара емеш, үҙегеҙ теләгән башҡа эслек алырға була.

2-3 аш ҡалағы майонезға ярты сәй ҡалағы аджика һалып бутап, шуны ҡаҙҙың тиреһенә һөртәбеҙ. Махсус целоффан “ең”гә лә, 2 ҡат фольгаға ла тағырға була. Духовкала 2 сәғәт  бешкәс,  фольганы асып, яңынан өҫтөн ҡыҙартып алырға кәрәк.

Сығанаҡ: "Башҡортостан ҡыҙы" журналынан.

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: