Ауыл уттары
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
6 Март , 10:50

Наҙлы ҡулдар матурлыҡ тыуҙыра!

Матрай ауылында йәшәгән Дилара Монасипова сағыу гөлләмәләр эшләй. Улар күҙҙең яуын алып тора һәм оҙаҡ һаҡланыуы менән ҡиммәт. Был гөлләмә күпме торһа ла һулымай. Сөнки ул һабындан эшләнгән. Ябай булмаған был гөлләмәләрҙе байрамдарға күпләп заказ биреп алалар.

Наҙлы ҡулдар матурлыҡ тыуҙыра!
Наҙлы ҡулдар матурлыҡ тыуҙыра!

- Ҡул эштәренең ниндәйе менән генә булышманым. Быға тиклем мәрйендән түшелдеректәр тектем. Уны ла күпләп һаттым, бүләк иттем. Хәҙер иһә, күңелем ҡушыуы буйынса, нәзәкәтле сәскәләр менән булышам. Улар һабындан эшләнә һәм сағыу төҫтәрҙән тора, һулымай ҙа, шиңмәй ҙә. Ябай булмаған был бүләкте өлгөрт кенә! Һәр төшкәнен алып китеп кенә торалар, – ти ҡул оҫтаһы.

Дилара Сәйфулла ҡыҙы Матрай ауылында тыуған, ошонда уҡ урта мәктәпте тамамлаған. Аҙаҡ Баймаҡ ҡалаһында тегенсегә уҡыған. Тыуған ауылына ҡайтҡас, мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә йыйыштырыусы булып эшләй башлай. Шул йылдарҙа буласаҡ тормош иптәше Ғәлим Монасипов менән таныша. Өҙҙөрөп ҡурай уйнаған моһабәт кәүҙәле йәш егет – ҡыҙҙы, ә һылыулығы менән барыһын таң ҡалдырған мөләйем ҡыҙ егетте бер күреүҙән ғашиҡ иттерә. Йәштәр оҙаҡ ҡына дуҫлашып йөрөй торғас, өйләнешә. Ғаиләне тулыландырып, бер-бер артлы улдары Азамат менән Рамаҙан тыуа. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғаилә башлығы ғына иртә мәрхүм булып ҡала. Дилара апайҙың тол ҡалғанына бына инде биш йыл...

- Улдарым яңғыҙ итмәй мине. Азамат улым ғаилә ҡороп район үҙәгендә йәшәй, Наталья килен менән ҡайтып йөрөйҙәр. Азамат район мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә эшләй, атаһына оҡшап, ул да ҡурайсы. Кесебеҙ Рамаҙан уҡып бөтөп, “Башҡорт баҡыры” йәмғиәтендә эшләй башланы. Ярай әле эшләгән урынынан ара алыҫ түгел, йыш ҡайта, – тип һөйөнә бәхетле әсә.

Бөтә күңелен ҡул эшенә бирә Дилара апай. Оҙон ҡышҡы кистәрҙә береһенән-береһе сағыу гөлләмәләр, мәрйен әйберҙәр бер-бер артлы тыуып ҡына тора. Нәзәкәтлеккә, гүзәллеккә ынтылған күңел яман була алмайҙыр. Күҙҙәре йылмайып торған, мөләйем генә яңы танышыбыҙ Дилара апайҙың да күңеле тулы матурлыҡ!

Яҙ һәм наҙ байрамы – 8 Март менән һеҙҙе, Дилара Сәйфулла ҡыҙы! 

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: