Ауыл уттары
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
11 Март , 08:35

Тәндең зәкәте – ураҙа тотоуҙыр (ибн Мәжжәһ)

Ураҙаның беренсе көнө: 11 март, дүшәмбе.

Тәндең зәкәте – ураҙа тотоуҙыр (ибн Мәжжәһ)
Тәндең зәкәте – ураҙа тотоуҙыр (ибн Мәжжәһ)

-Беренсе тәраүих намаҙы: 10 март, йәкшәмбе.
Иғтибар (!) Намаҙ, сәхәр эсеүҙе тамамлау һәм ифтар ҡылыу ваҡыттарын мосолман календарынан, гәзиттәрҙән ҡарарға.
-Рамаҙан айында ураҙа тотоу 2 һижри йылында (Шәғбән айының 10-сы көнө, 624 йылда) фарыҙ ҡылынған: “Әй мөьминдәр! Һеҙҙән алда йәшәүселәргә ураҙа тотоу фарыҙ ителгән кеүек, һеҙгә лә һәр йыл бер ай ураҙа тотоу фарыҙ ителде, моғайын, ураҙаны ҡалдырыуҙан йәки ураҙаға кәмселек килтереүҙән һаҡланырһығыҙ” (2:183; Бүхари; Мүслим).
-Ураҙа Минең өсөн тотолор, шуға күрә уның әжерен дә Мин генә бирермен (Бүхари; Мүслим; Әбү Дәүд; Нәсәи; Тирмиҙи).
-Рамаҙан айында йәннәт ишектәре асыла, ә йәһәннәм ишектәре ябыла һәм шайтандар сылбырға бәйләнә (Бүхари; Мүслим; Тирмиҙи; Нәсәи; Әхмәд; ибн Мәжжәһ).
-Кем Аллаһ ризалығы өсөн бер көн ураҙа тота, шуның йөҙөн Аллаһ йәһәннәм утынан етмеш йылға йырағайтыр (Бүхари; Мүслим).
-Ҡыйәмәт көнө, мосолмандың Аллаһ ризалығы өсөн, ихлас күңелдән тотҡан ураҙалары һәм уҡыған Ҡөрьәне уның өсөн шәфәғәт итер ...” (Әхмәд; Табәрани; Бәйһәҡи).
-Йәннәттә “Раййән” исемле ишек бар. Ул ишектән Ҡыйәмәт көнө ураҙа тотоусылар ғына инер ... (Бүхари; Мүслим; Тирмиҙи; Нәсәи; ибн Мәжжәһ; Әхмәд).
Ураҙа тоторға тейешле, бурыслы (фарҙ-обязательно) булған кешеләр:
1) Үҙен мосолманмын тип һанаусы. 2) Психик яҡтан һау кеше.
3) Бәлиғ йәшенә етеүсе. 4) Сәфәрҙә булмаусы.
Ураҙаның дөрөҫ булыуы өсөн үтәлергә тейешле шарттар:
1) Ниәт итеү (теләгән телдә әйтеү рөхсәт).
Иғтибар (!) Ниәттең дөрөҫ булыуы шарт (Бүхари; Мүслим), йәғни “Ас тороп, бер аҙ ябығырмын йәки һауығырмын һ.б.” ниәт менән тотһа, Аллаһ әжер-сауабын насип итмәй (Ибн Мәжжәһ; Әхмәд; Хәким).
2) Ураҙа тотоуҙың ваҡытын белеү.
3) Ураҙаны боҙған эштәрҙән таңдан алып ҡояш байығанса тыйылып тороу.
Ураҙаны боҙмай торған эштәр:
1) Әгәр кеше онотоп (яңылышып) һыу эсһә, ашаһа (ҡапһа) йәки яҡынлыҡ ҡылһа (Бүхари; Мүслим; Әбү Дәүд; Тирмиҙи; Ибн Мәжжәһ; Әхмәд; Хәким; Бәйһәҡи).
2) Мыйыҡ майлау.
3) Мисүәк йәки теш соҡоғос (щетка) менән теш таҙартыу (Бүхари; Әбү Дәүд).
4) Күҙгә һөрмә тартыу (Әбү Дәүд; Тирмиҙи; ибн Мәжжәһ).
5) Тәнгә (тире, ҡул, иренгә һ.б.) крем, май, бальзам һөртөү.
6) Врач-гинекологта тикшерелеү.
7) Ҡан биреү (анализ, донор йәки яңылыш яраланып сыҡҡан ҡан).
8) Ҡан алдырыу (хижәмә) (Бүхари; Әбү Дәүд; Әхмәд; Тирмиҙи; Әхмәд).
9) Күҙгә дарыу тамыҙыу (Әбү Дәүд; ибн Мәжжәһ).
10) Төкөрөктө (шайыҡ) йотоу.
11) Сәскә, парфюмер әйберҙәрҙе еҫкәү.
12) Ирекһеҙҙән (теләктән тыш) танауға һәм ауыҙға ингән саң һәм төтөндө йотоу.
13) Сәхәр ваҡытында ҡабул ителгән дарыу тәме.
14) Һыу ингәндә, йыуынғанда, ҡойонғанда (йылға, ванна, душ, мунса) ҡолаҡҡа һыу инеү.
15) Ирекһеҙ (непроизвольная) ҡоҫоу (Әбү Дәүд; Тирмиҙи; ибн Мәжжәһ).
16) Теш араһына ҡыҫылған, борсаҡ бөртөгөнән бәләкәй аш киҫәген йотоу.
17) Тамаҡҡа алмай ғына (“ғырғылдатмай”) һыу менән ауыҙ сайҡау (Бүхари; Әбү Дәүд; Әхмәд; Хәким; Ибн Хиббән).
18) Эҫе көндә һыуыныу өсөн һыу ҡойоноу (Бүхари; Әбү Дәүд; Әхмәд).
19) Мунсала (ванна) һабын менән йыуыныу.
20) Ир-егеттәрҙең поллюцияһы.
21) Яраға май, зелёнка, йод һөртөү.
22) Ауыртыуҙы (анестезия) баҫа торған укол менән теш һурҙырыу йәки пломбалау.
23) Һуштан яҙыу.
24) Бәләкәй балаға аҙыҡ сәйнәп биреү.

(Дауамы буласаҡ, иншәАллаһ)

Ә. Ноғоманова-Ғәзизова, Сибай "Тәҡүә" мәсете мөғәллимәһе/

Сығанаҡ: https://vk.com/feed?section=likes&w=wall-215622371_2212

Г.Таһирова фотоһы.

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: