Ауыл уттары
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
23 Март , 09:00

Хеҙмәте менән хөрмәтле

Бөтә донъя метеорология һәм Рәсәй гидрометеорология хеҙмәте көнөндә, әлбиттә, күрер күҙгә күренмәҫ, әммә ҡатмарлы һәм мауыҡтырғыс эш менән мәшғүл булған һөнәр эйәләрен телгә алып үтке килә. Йылайыр метеостанцияһы коллективы 16 хеҙмәткәрҙән тора.

Хеҙмәте менән хөрмәтле
Хеҙмәте менән хөрмәтле

Гидролог Фатима Мозафарова метеостанцияға 2014 йылда эшкә килә. Намыҫлы эше, кешелеклеге менән хеҙмәткәрҙәр араһында абруй яулаһа, етәкселәре уны яуаплылығы өсөн бүтәндәргә өлгө итеп ҡуя.

Метеорологтар даими рәүештә ел тиҙлеген, ҡарҙың бейеклеген, тығыҙлығын, ундағы һыу запасын үлсәп, һауа торошон, яуым-төшөмдө күҙәтеп торһа, гидрологтар – ерҙәге һыу ресурстарын һәм һыу циклы процестарын өйрәнеү менән шөғөлләнә. Фатима Рауил ҡыҙының эше лә ошонан ғибарәт.

Йылайыр гидрология станцияһында 12 пост бар шуларҙың дүртәүһе автоматлаштырылған. Һаҡмар, Йылайыр, Ҡаҫмарт, Мораҡай, Миндәк, Ҡарағайлы, Таналыҡ, Оло Ҡыҙыл, Кесе Ҡыҙыл, Оло Ыҡ йылғалары һәм Банное күленең ай һайын һыу күләмен, ҡыш көндәре ҡар, боҙ ҡатламын, хәлен урындағы күҙәтеүселәр тикшереп күрһәткестәрҙе Йылайыр метеостанцияһына ебәрәләр. Шулай уҡ, күҙәтеүселәр бер айға өс тапҡыр күлдең һәм йылғаларҙың тәбиғәт системаларында һыу циркуляцияһын күҙәтә. Фатима Рауил ҡыҙы уны журналға теркәй. Был күрһәткестәр Өфөгә, унан Һамарҙағы Волга буйы гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте мониторинглау идаралығына ебәрелә.

Район территорияһында ҙур йылғалар юҡ. Шулай ҙа, ҡыш айҙары ҡарҙың күпләп яуыуын күҙ уңында тотоп, ҡар ҡатламының йылдағына ҡарағанда күпкә юғары булыуы һәм яҙғы ташҡындарҙың да хәүфлерәк булыуы көтөлөүен фаразларға була, ти Фатима Рауил ҡыҙы.

Халыҡтың хәүефһеҙ, имен тормошон тәьмин итеүгә тос өлөш индергән метеостанция хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотлап, эштәрендә уңыштар, тормоштарында ҡояш көлөп торған, болотһоҙ көндәр теләйбеҙ! 

 

Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас: