Ауыл уттары
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
9 Апрель , 10:10

Байрам кәйефе өләшеүселәр

Ураҙа байрамы мосолман донъяһында иң ҙур һәм изге байрам. Ураҙа ғәйете алдынан Матрай социаль приюты балаларына шәп бүләктәр тейәп Баймаҡ ҡалаһының  BLACK SERVICE компанияһы хеҙмәткәрҙәре килеп төшә.

Байрам кәйефе өләшеүселәр
Байрам кәйефе өләшеүселәр

Тәрбиәләнеүселәргә тәмле күстәнәстәр, уйынсыҡтар таратып, сәләмәтлек һәм әлбиттә яҡшы уҡыҙарын теләйҙәр.

“Һеҙҙең ярҙамсыл йөрәгегеҙе тәбиғәт иң йомарт бүләктәренә – мөхәббәт, иман, дуҫлыҡ, үҙ-ара аңлашыу һәм ышаныс менән бүләкләнһен! Изгелегегеҙ һеҙгә меңләтә кире ҡайтһын. Һеҙгә һаулыҡ һәм бәхет теләйбеҙ”, тип яҙа социаль селтәрҙәрҙә приют хеҙмәткәрҙәре.

Әйткәндәй, был компания Яңы йыл, Ураҙа, балалар көнө кеүек ҙур байрамдар һайын балаларҙы ҡыуандырып, уларға бүләктәр тарата.

Донъяла изгелек өләшеүселәр барыбер ҙә күберәк!

BLACK SERVICE компанияһы хеҙмәткәрҙәренә эштәрендә уңыштар теләп ҡалабыҙ!

 

Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас: