Ауыл уттары
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
11 Апрель , 10:10

Шәфҡәтлелек байрамы

Мосолмандар өсөн иң оло байрамдарҙың береһе – Ураҙа ғәйете бар донъялағы, илдәге, республикалағы кеүек үк, районыбыҙҙың һәр ауылында киң билдәләнде һәм ҙур күтәренкелек менән үтте.

Шәфҡәтлелек байрамы
Шәфҡәтлелек байрамы

Тәбиғәттең ҡышҡы йоҡоһонан уянған мәлендә булғанғамы, был көн бигерәк тә күркәм тойолдо. 10 апрель көнө Йылайыр ауылында  мәсет манараһынан ишетелгән аҙан тауышы яңғыраны. Көндөң аяҙ, ҡояшлы булыуы күңелгә тик йылылыҡ өҫтәне.

Иртән үк байрамса кейенгән халыҡ ашығып “Венер” мәсетенә йыйылды. Иман йортоноң дин әһелдәре мосолмандарға ғына хас булған бөхтәлек, ихласлыҡ менән һәр килгән кешене ҡаршы алған.

Райондың имам-хатибы Венер хәҙрәт Шәрипов мәсеткә килгән һәр кемге Ураҙа байрамы мөбәрәк булыуын теләне һәм тәүәрих намаҙын башҡарыуҙы Мәрйәм Солтанова исемендәге Ислам колледжының өсөнсө курс шәкерте  Али Рөстәм улы Баймөхәмәтовҡа тапшырҙы.

Намаҙҙан һуң Венер хәҙрәт һүҙҙе дауам итеп вәғәздәр һөйләне.

  • Был байрам рухи таҙарыныу, тыныслыҡ һөйөү, мәрхәмәтлек, изге эштәр башҡарыу кеүек изге айҙың төп әмерҙәрен кәүҙәләндерә. Беҙҙең эштәребеҙ намыҫ менән йәшәргә, яҡындарыбыҙ һәм күршеләребеҙ хаҡында хәстәрлек күрергә, мохтаж кешеләргә ярҙам итергә саҡыра, – тип һүҙен йомғаҡланы ул.

Вәғәздәргә “Венер” мәсетенең имамы Хәмитйән хәҙрәт Хәйбуллин да ҡушылды. Ул йәштәрҙең күпләп иман юлын һайлауҙарын хупланы, һәм ҡалғандарҙы ла әйҙәне.

Артабан халыҡ ауылдың үҙәк майҙанында уҙасаҡ байрам сараһына саҡырылды.

Майҙан халыҡ менән шығырым тулы ине. Байрам уңайынан район хакимиәт башлығы Борис Мелкоедов ҡотлап:

  • Хөрмәтле мосолмандар, Йылайыр районы халҡы!
    Һеҙҙе Рамаҙан айы тамамланып, изге Ураҙа байрамы етеүе менән ҡотлайым! Беҙҙең районда төрлө милләт һәм дин кешеләре килешеп йәшәй. Артабан да шулай үҙ-ара татыу, берҙәм булайыҡ. Бөтә донъяла тыныслыҡ булһын! Барығыҙға ла һаулыҡ, сәләмәтлек теләйем, – тине ул.

Үҙәк майҙанда мәктәп, гимназия, балалар баҡсалары хеҙмәткәрҙәре һәм битараф булмаған халыҡ тарафынан әҙерләнгән һый-ниғмәттән һығылып торған байрам табындары ойошторолған ине. Был ризыҡтарҙан һәр кем ауыҙ итә алды. Ҙур-ҙур ҡаҙандарҙа Даян Түләшев менән Урал Дәүләтсурин былау бешереп һыйланы.

Ураҙа ғәйете – балаларҙың да көтөп алған байрамы. Был көндө һәр өй хужаһы үҙҙәренә төркөм-төркөм булып балалар килеп инеүен көтә, улар өсөн алдан тәмлекәстәр әҙерләп ҡуя. Эйе, был традиция әле лә һаҡлана һәм шат балаларҙың өйҙән-өйгә йөрөп әйенселәп, өй хужаларына үҙҙәренең эскерһеҙ рәхмәттәрен әйтеп йөрөүе – үҙе бер күркәм күренеш. Быйылғы байрамда ла йылдағыса балалар өсөн  спорт уйындары ойошторолдо, сараның был өлөшө быйыл иһә бигерәк ойошҡанлы үтте тип билдәләге килә. Күп төрлө ҡыҙыҡлы уйын-ярыштарҙа ҡатнашып балалар бүләктәр алды. Кескәйҙәрҙең йөҙөндәге ҡәнәғәт йылмайыуҙар байрамдың бик шәп булыуын күрһәтә ине. Кешелек донъяһында иң саф йән эйәһе булған сабыйҙарға мөбәрәк көндө матур байрам ойоштороусылар ҙур  сауаплы булды.

Киләһе йылда ла изге байрамдарыбыҙ тағы ла күркәмерәк булыр, Алла бирһә!

Шәфҡәтлелек байрамы
Шәфҡәтлелек байрамы
Шәфҡәтлелек байрамы
Шәфҡәтлелек байрамы
Шәфҡәтлелек байрамы
Шәфҡәтлелек байрамы
Шәфҡәтлелек байрамы
Шәфҡәтлелек байрамы
Шәфҡәтлелек байрамы
Шәфҡәтлелек байрамы
Шәфҡәтлелек байрамы
Шәфҡәтлелек байрамы
Шәфҡәтлелек байрамы
Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас: