Рәсәйҙә был һуғышҡа ҡағылмаған бер генә ғаилә лә юҡ. Ата-бабаларыбыҙ донъяны фашизмдан азат итте, беҙгә азатлыҡ һәм тыныс тормош бүләк итте. Әммә бөгөн фашизм үҙен тағы ла белдерә, һәм беҙҙең егеттәр Ватанды һәм бөтә кешелекте ошо яуызлыҡтан яҡлап сыға.
Бөйөк Еңеүҙең 79 йыллығына арналған тантаналы митинг Хәрби дан аллеяһында үтте. Унда хеҙмәт коллективтары һәм йәмәғәтселек вәкилдәре, мәктәп уҡыусылары йыйылды. Почетлы ҡарауылда хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларҙың ветерандар ойошмаһы ағзалары, юнармейсылар һәм шайморатовсылар торҙо.
Бөтә обелисктарға сәскәләр һалынды. Йыйылыусылар яугирҙәрҙе бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды. Артабан байрам үҙәк майҙанда дауам итте. Байрам сараһында ҡатнашҡан ауылдаштарын район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов йылы ҡотланы.
Аҙаҡ байрам концерты булды. Байрамдың икенсе өлөшө кискеһен үтәсәк.