Ауыл уттары
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
9 Май , 08:30

Район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедовтың байрам ҡотлауы

Ҡәҙерле тыл ветерандары, һуғыш балалары! Хөрмәтле Йылайыр районы халҡы!

Район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедовтың байрам ҡотлауы
Район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедовтың байрам ҡотлауы

Бөйөк байрам – Еңеүгә 79 йыл тулыу айҡанлы ихлас ҡотлауҙарымды ҡабул итегеҙ!

Тиҫтә йылдар үтә, быуындар алмашына. Бөйөк Еңеү, халҡыбыҙҙың милли ғорурлығы, хәрби даны һәм батырлығы символы булараҡ, беҙҙең йөрәктәрҙә ҡала.

Һуғыштан әйләнеп ҡайтмаған яугирҙәргә – мәңгелек дан! Тылда эшләгәндәр, был яҡты көндө яҡынайтҡандар, һуғыштан һуңғы йылдарҙағы ауырлыҡтарҙы күтәргәндәр алдында беҙ оло ихтирам менән баш эйәбеҙ!

Тыуған илебеҙ өсөн ауыр ваҡыттарҙа беҙ барыбыҙ ҙа тыныслыҡтың ҡәҙерен нығыраҡ беләбеҙ. Бөгөн йылайырҙар ата-бабаларыбыҙҙың данлы традицияларын лайыҡлы дауам итә, намыҫ менән хәрби хеҙмәттә үҙ көстәрен түгә,  Ватаныбыҙ мәнфәғәтендә хеҙмәт итә. Хәрби бурыстарҙы үтәгәндә үҙ ғүмерен биргән батырҙарыбыҙ мәңге  хәтеребеҙҙә һаҡланасаҡ. Беҙ ышанабыҙ – Еңеү беҙҙең яҡта!

Беҙ үткән йылдарҙағы ваҡиғаларҙы хәтеребеҙҙә һәр ваҡыт ҡәҙерләп һаҡлайбыҙ. Киләсәк быуын балалары, ата-бабаларыбыҙ менән ғорурланһын өсөн уларҙа Тыуған илебеҙгә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләйбеҙ.

Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ һәм именлек, бәхет, оҙайлы һәм тыныс көндәр теләйем!

Район хакимиәте башлығы Б.МЕЛКОЕДОВ.

 

Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас: