12 июнь илебеҙҙә Рәсәй көнө билдәләнә. 1990 йылдың 12 июнендә РСФСР халыҡ депутаттары съезы Рәсәй суверенитеты тураһында Декларация ҡабул итә. Был иреклек, азатлыҡ, граждандар тыныслығы һәм кешеләрҙең килешеп йәшәү байрамы.
Тамаша ҡылырға килгән халыҡты район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Илшат Солтангәрәев сәләмләне:
- Бөгөн беҙ илебеҙ өсөн төп байрамдарҙың береһе – Рәсәй көнөн билдәләйбеҙ. Тарихи дата Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителгән көнгә бәйле. Был байрам Ватаныбыҙҙа йәшәүсе халыҡтарҙың уртаҡ яҙмышын һәм берҙәмлеген, Рәсәй дәүләтселегенең бай тарихын кәүҙәләндерә, – тип билдәләне Илшат Рәшит улы.
Оҙайлы һәм фиҙакәр хеҙмәте өсөн “Ғаилә” үҙәге водителе Андрей Щипакинға – район хакимиәтенең Маҡтау грамотаһы, Йылайыр ауылындағы күп функциялы үҙәктең йәш белгестәре Филүзә Зәйнуллина менән Фирүзә Зөлҡәрнәеваға район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Рәсәй көнө айҡанлы йәш граждандарға Рәсәй Федерацияһы паспортын тапшырыуҙан башланды.
Кеше тормошонда хәтерҙә ҡалырлыҡ ваҡиғалар күп булһа ла, паспорт алыу айырыуса иҫтә ҡала торған мәлдер ул. Сөнки нәҡ шул миҙгелдән һин үҙеңде тулы хоҡуҡлы Рәсәй гражданы итеп хис итә башлайһың.
Йылайыр ауылынан Назарова Арина, Боҫҡонова Әзизә, Бычков Сергей, Солтанова Зарина, Шитов Тимофей һәм Иванова Юлия Рәсәй Федерацияһының тулы хоҡуҡлы граждандары булдылар.
Автор фотолары.